Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Октябрь 2019, 17:37

Кеше йәрҙәрен һөйөргә бармы һинең аҡсаларың?

Күршенең өйрәге—ҡаҙ, ҡатыны—ҡыҙ булып күренә, тигәндәре хаҡтыр. Әммә эш төпкә китһә, хәлдәр харап шул. Бына мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында бер ир ҡатынының һөйәрен “никахта булыуын белә тороп, ғаилә араһына маҡсатлы тығылғаны” өсөн судҡа биргән...

Күршенең өйрәге—ҡаҙ, ҡатыны—ҡыҙ булып күренә, тигәндәре хаҡтыр. Әммә эш төпкә китһә, хәлдәр харап шул. Бына мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында бер ир суд аша ҡатынының һөйәренән 750 мең доллар түләтеп алған.
Төнъяҡ Каролина суды ҡатынының һөйәренә матди претензия белдереүсе Кевин Ховард эше буйынса ҡарар сығарған. РИА Новости хәбәр итеүенсә, “никахта булыуын белә тороп, ғаилә араһына маҡсатлы тығылғаны” өсөн даланһыҙ йәргә 750 мең долларын сығарып һалырға тура киләсәк. Ошондай дәғүәләрҙе ҡараған закондар АҠШ-тың Миссисипи, Нью-Мексико, Көньяҡ Дакоте, Юта һәм Төнъяҡ Каролинала, шулай уҡ Гавай утрауҙарында ғәмәлдә.
Ховардтар ғаиләһе 12 йыл бергә торған. Һин дә мин йәшәп ятҡанда ҡатыны айырылышыуҙы талап иткәс, ир ғаилә психологына йөрөп ала. Был ысул да ыңғай үҙгәреш бирмәгәс, ул шәхси детектив яллай һәм ҡатынының хыянатын белә. Ғәрләнгән ир судҡа мөрәжәт итә һәм уны еңеп сыға. Әммә ул эштең аҡсала түгеллеген, никахтың изге нәмә булыуына инаныуын белдергән. Ховард йөрөмтәл ҡатынының хыянатын ғәфү итә алмаған, һөҙөмтәлә улар айырылышҡан.