АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
3 Октябрь 2019, 12:08

Мәрхәмәтлек ҡылайыҡ

"Ғаилә" көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге "Һөйөү менән" Балалар хәйриә фонды менән берлектә 1 октябрҙән 1 ноябргә тиклем "Һабынлы бум" мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә.

"Ғаилә" көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге "Һөйөү менән" Балалар хәйриә фонды менән берлектә 1 октябрҙән 1 ноябргә тиклем "Һабынлы бум" мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә.
Акцияның төп бурысы булып Сибай ҡалаһының белем учреждениеларындағы уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен ауыр шарттарҙа йәшәүсе балаларға ярҙам күрһәтеүгә йәлеп итеү тора. Бында балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең күңелендә тиҫтерҙәренә ҡарата мәрхәмәтлек һәм шәфҡәт тойғоларын тәрбиәләү маҡсаты күҙ уңында тотола.
Һәр бер теләгән кеше кураторҙар аша ата-әсәһеҙ ҡалып, социаль приютта йәшәгән, инвалид булған, йә ауыр ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға шәхси гигиена әйберҙәрен һәм көнкүреш химияһын бирә ала.
Акциянан ситтә ҡалмайыҡ, мәрхәмәтлек ҡылайыҡ.