*Ҡаҙна, бюджет һәм автономлы федераль учреждениелар хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ бар: Владимир Путиндың май указдарына ярашлы эш хаҡтарын арттырыуға өлгәшә алмаған бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең 4,3 процентҡа эш хаҡтары күтәрелә.
*Ғаризаны электрон вариантта яҙып отпускыға сығыу мөмкинлеге тыуа. Әммә был хаҡта эш биреүсе предприятие, ойошма, учреждение, компанияның хеҙмәт килешеүендә электрон документтар әйләнеше шарттары тураһында яҙма булыуы мотлаҡ.
Шулай уҡ отпуск ялы аҡсаһы хеҙмәткәргә ул ялға сыҡҡанға тиклем 3 эш көнө алдан түләнергә тейеш. Элек ул календарь көн менән иҫәпләнгән.
*НДС ставкалары үҙгәрештәр кисерә. Мәҫәлән, пальма майына элек НДС 10 процент һалынһа, хәҙер ул 20 процент тәшкил итә. Йәшелсә, еләккә, киреһенсә НДС төшә: элек ул 20 процент булһа, хәҙер 10 процентта тирбәлә. Шуға күрә лә кондитер изделиеларына хаҡтарҙың артыуы, емештеке төшөүе ихтимал.
*Ябай халыҡтың торлаҡ алыу мөмкинлеге тыуҙырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Хөкүмәттең министрҙар кабинетына 2019 йылдың 10 октябренә ҡәҙәр бай булмаған ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү механизмын эшләргә ҡушты.
*Бурыс көсөргәнеше. Һөйләшкә заемщиктың бурыс көсөргәнеше тигән термины индерелә. Ул банктарҙың ҡулланыу кредиты биргән осраҡта иҫәпкә алына. Әгәр ҙә бурыс көсөргәнеше 50 проценттан артһа, йәғни ай һайын түләүҙәрҙең күләме килемеңдең яртыһынан ашһа, кредит бирмәйәсәктәр.
*Фатирҙың балконында шешлек ҡурыу һәм тәмәке тартыу һәм башҡа шундай асыҡ ут менән эш итеү ғәмәлдәре тыйыла. Әгәр һеҙҙең ғәйеп менән янғын тоҡанһа, 3-5 мең һум штраф һаласаҡтар.