Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
23 Сентябрь 2019, 09:29

Путинға 200 миллионлыҡ фонтан оҡшаған

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ижевск ҡалаһындағы үҙәк майҙанда булып китте. Билдәле булыуынса, ул күптән түгел генә яңыртылған ине. ТАСС хәбәр итеүенсә, төҙөкләндереү эштәренән һуң унда музыкаль фонтан барлыҡҡа килгән.

Ижевскта булғанында ил башлығын Удмуртияның башлығы Александр Бречалов оҙатып барған. Уның билдәләп үтеүенсә, халыҡ төҙөкләндереү эштәре менән бик ҡәнәғәт ҡалған. Путин үҙ сиратында фонтандың бик матур булыуын әйткән.
#ввпутин