Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
11 Сентябрь 2019, 16:00

Талҡаҫ күлендә мөғжизәле шешә табылған

Күптән түгел генә Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күлендә балыҡсы ирҙәр үткәндәрҙән киләсәккә арналған табылдыҡҡа юлыҡҡандар. Бер балыҡсыла ябай ҡыҙыҡһыныу булмаһа, уны сүп күреп ташлап та ҡуйырҙар ине...

Күптән түгел генә Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күлендә балыҡсы ирҙәр үткәндәрҙән киләсәккә арналған табылдыҡҡа юлыҡҡандар. Бер балыҡсыла ябай ҡыҙыҡһыныу булмаһа, уны сүп күреп ташлап та ҡуйырҙар ине...
Бушҡа ғына ҡыҙыҡһынмаған ул. Табып алған шешәләре серле булып сыҡҡан—ул 1991 йылда уҡ күлгә барып эләккән. Эсендә 1986 йылғы мәктәп сығарылыш уҡыусыларының уҡыуҙы тамамлауҙың биш йыллығын билдәләгән ваҡытта һалып ҡалдырған ҡағыҙ була. Унда сығарылыш уҡыусыларының исем-шәрифтәре яҙылған. Шулай уҡ тағы ла биш йылдан ошо уҡ составта осрашырға һүҙ биргәндәр.
Әлеге ваҡытта табылдыҡты Иҫән ауылында йәшәүсе кеше үҙендә аманат итеп һаҡлай. Ул уны ҡағыҙҙа исемдәре яҙылған класташтарға бирергә вәғәҙәләгән.