Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
11 Сентябрь 2019, 12:30

Әбейҙәр сыуағына алданып

Хәйбулла районынан бер ир, әбейҙәр сыуағы йылылығына алданып, һыу төшөргә була...

Хәйбулла районынан бер ир, әбейҙәр сыуағы йылылығына алданып, һыу төшөргә була. Әммә был уның өсөн фажиғәгә әйләнә.
9 сентябрь Аҡъяр ауылы эргәһендәге Таналыҡ йылғаһынан был ирҙең кәүҙәһен табып алалар. Батып үлеүсенең иҫерткес эсемлек ҡулланыуы ла билдәле.
Әбейҙәр сыуағы—алдаҡсы осор. Был мәлдә эҫе һауа торошо ҡапыл ғына һыуыҡтар менән алмашынырға мөмкин. Һыуыҡ һыуға төшөү организмға ҙур зыян килтерә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы йылда республикала 51 кеше һыуға батып үлгән, шуларҙың етәүһе - балалар.