АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Сентябрь 2019, 09:38

Путиндың йөҙө хәҙер самауырҙы ла биҙәй

Василий Слоновтың эштәре араһында үҙенсәлекле генә бер самауыр ҙа бар. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йөҙө һынландырылған. Был үҙенсәлекле ижади эшен автор PREZIDENT-SAMOVAR тип атаған.#ввпутин

Красноярскиҙан булған эпатажлы рәссам Василий Слонов социаль селтәрҙә күптән түгел генә төшөргән фотоһүрәттәре менән уртаҡлашып үтте.
Рәссамдың эштәре араһында үҙенсәлекле генә бер самауыр ҙа бар. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йөҙө һынландырылған. Был үҙенсәлекле ижади эшен автор PREZIDENT-SAMOVAR тип атаған. Һүрәтләмәһендә инглизсә яҙылған “ауыр империя зиннәте” тигән яҙма ла бар.
Үҙенсәлекле самауыр Мәскәүҙәге “11.12” галереяһындағы Cosmoscow-2019 заманса сәнғәт йәрминкәһенә ҡуйылған.
Василий Слонов – үҙенең ҡыйыу идеялары менән күптән дан ҡаҙанған рәссам. Уның йомшаҡ уйынсыҡтары ла айырым иғтибарға лайыҡ. Күптән түгел генә Василий Слонов GULAGTOYS тигән тауар билдәһен рәсми теркәргә теләк белдергән.
#ввпутин