Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Сентябрь 2019, 12:28

Хәрбиҙәр, хәрби техника ағыла

Һуңғы арала социаль селтәрҙәрҙә Ырымбур өлкәһенә күпләп хәрби техника ағылыуы, уларҙы Ҡытай хәрбиҙәре оҙатып барыуы тураһында видеолар күбәйҙе. Башҡортостандың Ҡарлыман станцияһынан да ошондай уҡ видео төшөрөп һалынды. Кисә Сибай ҡалаһы аша хәрби техника үтеүе, машиналарҙан мыҡты кәүҙәле хәрбиҙәр төшөп, ҡала магазиндарына инеүҙәрен фотоға төшөрөп төркөмдәргә ҡуйыусылар ҙа булды. Етмәһә, баш осонан бер туҡтауһыҙ вертолеттар оса... Ниндәй ваҡиғалар менән бәйле был күренештәр?

Һуңғы арала социаль селтәрҙәрҙә Ырымбур өлкәһенә күпләп хәрби техника ағылыуы, уларҙы Ҡытай хәрбиҙәре оҙатып барыуы тураһында видеолар күбәйҙе. Башҡортостандың Ҡарлыман станцияһынан да ошондай уҡ видео төшөрөп һалынды. Кисә Сибай ҡалаһы аша хәрби техника үтеүе, машиналарҙан мыҡты кәүҙәле хәрбиҙәр төшөп, ҡала магазиндарына инеүҙәрен фотоға төшөрөп төркөмдәргә ҡуйыусылар ҙа булды. Етмәһә, баш осонан бер туҡтауһыҙ вертолеттар оса... Бындай хәл күптәрҙе һағайтты, бәғзеләр тыныслыҡтарын юғалтты.
Баҡтиһәң, күрше Ырымбур өлкәһе полигондары “Үҙәк-2019” халыҡ-ара учениелары өсөн базаға әйләнгән. Учениеларҙың төп өлөшө Тоцк һәм Донгуз полигондарында, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл, Курған янындағы Сафакүл тарафтарында, Дағстандың Аданак, Әстерхандың Ашулук, Алтай крайының Алейский, Кемерово өлкәһенең Юргинский полигондарында уҙғарыла.
Рәсәй Оборона министрлығына һылтанып ТАСС хәбәр итеүенсә, 16 сентябрҙән 21 сентябргә ҡәҙәр үтәсәк маневрҙарҙа 7 сит илдән, шул иҫәптән Ҡытайҙан, Пакистандан, Һиндостандан 130 меңгә яҡын хәрби ҡатнаша.
Ырымбурҙың Донгуз, Тоцк яландарында, Аданактағы практик хәрәкәттәрҙә 12950 кеше буласаҡ. Шуларҙың 10700-ө Рәсәйҙән булһа, 2250 хәрби сит ил граждандары. Техникала күп: 250 танк, 450-гә яҡын пехота һәм бронетранспортер хәрби машиналары, 200-ләп артиллерия һәм залп утлы реактив системалары урынлаша.
“Үҙәк-2019” халыҡ-ара учениелары ике этапта үтә. Беренсеһендә хәрбиҙәр террорсыларға ҡаршы көрәш алымдарын, һауа һөжүмен кире ҡағыу һәм оборона хәрәкәттәрен үҙләштерһә, икенсеһендә шартлы дошманды баҫып алыу операцияһын үткәрәсәк.
Сараға Рәсәйҙең Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре һәм Каспий флотилияһы, Көнсығыш хәрби округы, Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм Хәрби-транспорт авиацияһы көстәренең бер өлөшө йәлеп ителгән.