Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Сентябрь 2019, 13:13

Адрестарҙы теүәлләйек

Сибай ҡалаһында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу—2020 сараһына әҙерлек йылдам бара. Мөһим кампанияның сираттағы этабы—теркәү эштәре өсөн ҡалабыҙ биләмәләрен тотошлайы менән йөрөп сығыу. Халыҡ иҫәбен алыу сараһы барышында эшләйәсәк 16 теркәүсе 15 августан 30 сентябргә ҡәҙәр үҙенә тәғәйен биләмәләрҙе тулыһынса урап сығып, адрестарҙың исемлеген теүәлләргә, унда йәшәүселәрҙе асыҡларға, картография материалдарында йорттарҙың урынын табырға тейеш.

Сибай ҡалаһында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу—2020 сараһына әҙерлек йылдам бара. Мөһим кампанияның сираттағы этабы—теркәү эштәре өсөн ҡалабыҙ биләмәләрен тотошлайы менән йөрөп сығыу. Халыҡ иҫәбен алыу сараһы барышында эшләйәсәк 16 теркәүсе 15 августан 30 сентябргә ҡәҙәр үҙенә тәғәйен биләмәләрҙе тулыһынса урап сығып, адрестарҙың исемлеген теүәлләргә, унда йәшәүселәрҙе асыҡларға, картография материалдарында йорттарҙың урынын табырға тейеш. Теркәүселәр иң беренсе сиратта хужалыҡ адрестарында етешһеҙлектәрҙе асыҡларға бурыслы. Шәхси йорттарҙа аншлагтарҙың булмауы эште күпкә тотҡарлай. Урам атамаһы, йорт һаны күрһәтелмәү шулай уҡ янғын һүндереүселәрҙең, газ тармағы хеҙмәткәрҙәренең, почтальон, таксистарҙың да эшенә аяҡ сала.
Хөрмәтле Сибай ҡалаһы халҡы! Адрес хужалығында бергәләп тәртип булдырайыҡ! Бөгөн үк аншлагтарығыҙҙы ҡайғыртығыҙ. Әгәр улар булмаһа, эшләтәгеҙ. Урам атамаһы, йорт һаны һәр өйҙә эленеп торорға тейеш.
С.И.Ермошина,
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020 сараһы уполномоченныйы.
Читайте нас: