АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
28 Август 2019, 16:45

Шәп егеттәр бөтмәгән!

Ҡазанда һөнәри оҫталыҡ буйынса WorldSkills стандарттары буйынса үткән 45-се Донъя чемпионатында яҡташыбыҙ Илмир Сәитбатталов 4-се урынды яуланы. Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледж студенты “Ташты архитектур эшкәртеү” компетенцияһында көс һынашты һәм 710 балл йыйып, “Юғары оҫталыҡ өсөн” миҙалын яуланы.

Ҡазанда һөнәри оҫталыҡ буйынса WorldSkills стандарттары буйынса үткән 45-се Донъя чемпионатында яҡташыбыҙ Илмир Сәитбатталов 4-се урынды яуланы. Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледж студенты “Ташты архитектур эшкәртеү” компетенцияһында көс һынашты һәм 710 балл йыйып, “Юғары оҫталыҡ өсөн” миҙалын яуланы. Илмирҙың дәғүәселәре Венгрия, Франция, Великобритания, Бразилия, Швейцария, Корея, Япония, Германиия, Австрия, Ҡытайҙан булып, шулар араһында дүртенселеккә сығыу үҙе оло мәртәбә. Әйткәндәй, һөнәри оҫталыҡ чемпионатында бер тапҡыр ғына ҡатнашыу хоҡуғы бирелә. Шуға күрә һәр компетенцияла конкуренция кимәле бик юғары.
Илмирҙы ярышҡа 2017 йылғы ошондай мәртәбәле сарала бронза миҙалы яулаған Рафаэль Яхин, колледж уҡытыусылары әҙерләгән.