Кисә Ҡазанда профессиональ оҫталыҡ буйынса WorldSkills 2019 донъя чемпионаты еңеүселәргә миҙалдар тапшырыу менән тамамланды. Рәсәй йыйылма командаһы 14 алтын, 4 көмөш һәм 4 бронза миҙал яулап, икенсе урынға сыҡты. Беренсе урын - Ҡытай йыйылма командаһында. Өсөнсө урын инде Корея командаһына эләкте.