Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
9 Август 2019, 12:52

Һыу инәбеҙ...курткала

Йылы куртка кейеп, тоҙло һыуға ингән туристарҙың фотоһы интернет киңлектәренә йәшен тиҙлегендә таралды...

Ырымбур өлкәһенең Тоҙло Илек (Соль-Илецк) күле буйында ял итеүселәр һәр ваҡыт күп. Хатта көндәр һыуынып, ямғыр яуған ваҡыттарҙа ла был төбәктән халыҡ өҙөлмәй. Ошо көндәрҙә йылы куртка кейеп, тоҙло һыуға ингән туристарҙың фотоһы интернет киңлектәренә йәшен тиҙлегендә таралды.
“Һыуға кейенеп төшһәң, ул йылыраҡ була”,—тип шаярта бәғзеләр. Ял итеүселәрҙе лә аңларға була: әллә күпме саҡрым ара үтеп тоҙло күлгә барғас, һыуға төшмәйенсә лә булдыра алмағандарҙыр...
Фотоға ҡарап көлгө лә, илағы ла килә. Быйылғы йәй ҡыҙыҡ шул: майҙа уҡ 40 градусҡа тиклем эҫетһә, августа урыны менән +1 градусҡа тиклем төшөп тә алды. Ни эшләйһең, тәбиғәттең үҙ ҡанундары, уға бойороп булмай.