Август айында эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы 244 һумға арта. Өлкән быуындың был категорияһының пенсияһы 2016 йылдан арттырылмаған.
1 августан ипотека каникулына пошлина түләү ғәмәлдән сыҡты. Хәҙер “финанс ялына” китергә теләүселәрҙең 200 һумдары үҙ кеҫәләрендә ҡаласаҡ.
1 августан шәхси милек хужалары милекте тартып алыу буйынса бер нисә килешеүҙе нотариусһыҙ ҙа тормошҡа ашыра ала. Пай инвестфондына бәйле килешеүҙәр, килешеү төҙөгәндә ер өлөштәрен тартып алыуҙы ҡағыҙҙа килеш кенә рәсмиләштереп була.
Торлаҡ-коммуналь түләүҙәр квитанцияһында торлаҡты үҙ теләгең менән страховкалау тураһындағы пункт барлыҡҡа килә. Был хаҡтағы закон 4 августан ғәмәлгә инә. Торлаҡ милекселәре был пункт буйынса түләү-түләмәүҙе үҙҙәре хәл итә.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына сираттар кәмей. Өр-яңы автомобиль һатып алыусылар уны етештереүселәр йәки һатып алған рәсми дилер салоны аша теркәй аласаҡ. Һеҙҙең транспортығыҙға ниндәй номер бирелеүен ЮХХДИ-ында белешеп була. Әйткәндәй, 4 августан был хеҙмәт номерҙарҙы билдәләп кенә бирә. Ә уларҙы шәхси ойошмаларҙан барып алырға кәрәк буласаҡ. Үҙгәрештәргә бәйле дәүләт номерҙарының хаҡы артырға тейеш түгел. Уларҙың максималь хаҡы элеккесә 2000 һум.
19 августан сит илдән үҙең менән 5 килограмдан да ауыр булмаған ят йәшелсә-емеш алып ҡайтып булмаясаҡ. Бер ҡосаҡ раузалар тотоп ҡайтыу ҙа бөтә. Тыйылған әйберҙәрҙе почта аша яҙҙыртып алыу ҙа мөмкин булмаясаҡ.
Алкоголле эсемлектәрҙе һаҡлауға иғтибар көсәйә. 21 августан уны теләгән ергә ултыртып булмаясаҡ. Эсемлектәр һаҡланған келәттәргә талаптар көсәйтелә. Спиртлы эсемлектәрҙе дөрөҫ һаҡлау өсөн яҡтылыҡ, температура, һауа дымлылығын күрһәтеүсе ҡорамалдар ҡуйҙырыу зарур. Был ҡағиҙәләр алкоголь етештереүселәргә һәм уны күмәртәләп һатыусыларға ҡағыла.