Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
7 Август 2019, 12:05

“Тишек кәмә”лә ултырып ҡалмағыҙ!

Полиция шуны иҫкәртә: Сибайҙа сиған милләте вәкилдәре тарафынан мутлыҡтар ҡылыу осраҡтары күбәйгән.

8 авгусҡа ҡәҙәр Сибай ҡалаһында ололарҙы мутлыҡтан ҡурсалау буйынса профилактик саралар ойошторола. Полиция шуны иҫкәртә: ҡалала сиған милләте вәкилдәре тарафынан мутлыҡтар ҡылыу осраҡтары күбәйгән. Мәкерле уйлы әҙәмдәр төрлө ауырыуҙарҙан өшкөрөргө, сихыр сисергә тәҡдим итә. Улар шулай уҡ үҙҙәрен газ, пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре тип тә таныта. Бал һатып йөрөүселәрҙе ҙә торлағығыҙға индермәгеҙ.
Уяу булығыҙ, “тишек кәмә”лә ултырып ҡалмағыҙ!
Зулиә Торомтаева, полиция майоры.
Читайте нас: