Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
7 Август 2019, 12:56

Камера, микрофонды ҡаплағыҙ

—Хәҙер камера менән микрофонды ҡаплап ҡуйыу паранойя түгел, ә ҡағиҙә, — ти Роскачество етәксеһе урынбаҫары Илья Лоевский.

Рәсәй сифат системаһының (Роскачество) цифрлы экспертиза үҙәге белгестәре компьютер һәм смартфондарҙы хакерҙарҙан һаҡлау өсөн кәңәштәр бирҙе.
Антивирус ҡуйҙыртырға кәрәлеген былай ҙа беләбеҙ. Белгестәр шулай уҡ ноутбуктың йә компьютерҙың камераһын, микрофонын ҡулланмаған саҡта ҡаплап ҡуйырға ҡуша. Бының өсөн скотч, изолента, махсус ҡорған ҡулланыу зарур.
Бөгөнгө көндә зарарлы вирус программалары күп. Улар документты күсерергә, хәбәрҙәрҙе уҡырға, камера һәм микрофондарҙы ҡабыҙырға оҫта.
Гаджеттар үҙ хужаларын күҙәтеп кенә тора. Кәрәк саҡта бөтә мәғлүмәтте "кәрәкле урынға" ебәрергә лә һәләтле.
—Хәҙер камера менән микрофонды ҡаплап ҡуйыу паранойя түгел, ә ҡағиҙә, — ти Роскачество етәксеһе урынбаҫары Илья Лоевский.