Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
30 Июль 2019, 10:12

Яңы автобустар алынды

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына ҡала-ара рейстарҙа кешеләр ташыу өсөн 20 яңы автобус ҡайтарылды. Былтыр йыл аҙағында Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты «Востокавтотранс» акционер йәмғиәте менән 26 автобус буйынса контракт төҙөнө. Уның дөйөм хаҡы 184 миллион һум тәшкил итте, бер автобустың хаҡы 7 миллон һумдан ашып китә.

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына ҡала-ара рейстарҙа кешеләр ташыу өсөн 20 яңы автобус ҡайтарылды.
Былтыр йыл аҙағында Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты «Востокавтотранс» акционер йәмғиәте менән 26 автобус буйынса контракт төҙөнө. Уның дөйөм хаҡы 184 миллион һум тәшкил итте, бер автобустың хаҡы 7 миллон һумдан ашып китә.
Яңы автобустар Өфөнән Дүртөйлө, Нефтекама, Октябрьский, Туймазы, Бөрө, Яңауыл, Белорет, Учалы, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Баймаҡ, Сибай ҡалаларына, Иҫәнғол ауылына рейстар яһаясаҡ. Бығаса өҙөклөктәр менән башҡарылған йәки бөтөнләй юҡҡа сығарылған рейстар тергеҙеләсәк.
“НефАЗ”дар Татарстандың Яр Саллы һәм Ҡазан ҡалаларына, Пермь крайына һәм Ырымбур өлкәһенең Тоҙ-Илек курорт ҡалаһына юлланасаҡ. Автобус бер линияла көнөнә уртаса алғанда 800 саҡрым үтәсәк, айына 2 меңдән ашыу кешене ташыясаҡ.
Әйтергә кәрәк, предприятие һуңғы мәртәбә яңы автобустарҙы 2016 йылда алды. Ул мәлдә ҡала эсендә йөрөтөү өсөн 100 ҙур класлы автобус һатып алынды.