АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
23 Июль 2019, 17:14

Электрон паспортҡа күсәбеҙ

2022 йылда Рәсәйҙә ҡағыҙ паспорт биреүҙе туҡтатасаҡтар. Уларҙы чиплы пластик карталар һәм мобиль ҡушымталар алмаштырасаҡ.

2022 йылда Рәсәйҙә ҡағыҙ паспорт биреүҙе туҡтатасаҡтар. Уларҙы чиплы пластик карталар һәм мобиль ҡушымталар алмаштырасаҡ. Был тәңгәлдән пилот проекты 2020 йылда Мәскәүҙә старт аласаҡ. Һәм ике йыл үтеүгә электрон документтар тулыһынса ҡағыҙ варианттарҙы “ҡыҫрыҡлап” сығарасаҡ. Улар Рәсәйҙең программалары буйынса ғына эшләй һәм бар хәүефһеҙлек алымдары уйланылған. Электрон документты юғалтҡан осраҡта, уны шунда уҡ ябырға мөмкин буласаҡ. Уларҙы ҡулланыу ваҡыты 10 йылға иҫәпләнгән. Әйткәндәй, ҡағыҙ варианттан замансаға күсеү граждандың теләге буйынса башҡарыла.