Республикабыҙҙа эҫе көндәрҙә ойошмаларҙа эш тәртибенә иғтибар көсәйтелә. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте белгестәре, хеҙмәт урындарында булып, эш шарттарын тикшерә. Үтә эҫе көндәрҙә эш сәғәттәре кәметелергә тейеш, йә иһә кондиционер һымаҡ ҡулайламалар булыуы шарт. Ведомство белгестәре төҙөлөш, эшкәртеү сәнәғәте, ауыл хужалығы предприятиеларына айырым иғтибар бүләсәк.
Рәсәй Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ныҡ эҫе көндәрҙә эш көнө ваҡытын 1 сәғәткә ҡыҫҡартырға кәңәш ителә.
Ведомтсвонан белдереүҙәренсә, әгәр ҙә эшләп ултырған бинала һауа температураһы 28,5 градус эҫе икән, эш ваҡытын бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тейештәр. Әгәр ҙә температура 29 градус эҫе булһа, график ике сәғәткә, ә 30 градуслы эҫелә эш көнө дүрт сәғәткә ҡыҫҡара.
Рәсәй Хеҙмәт министрлығы эш биреүселәрҙе хеҙмәткәрҙәрен таҙа эсәр һыу менән тәьмин итергә тейеш икәнлеге хаҡында иҫкәртә. Шулай уҡ, етәкселәр бинала эҫе көндәрҙә тейешле температура режимын һаҡларға һәм хеҙмәткәрҙәргә эш ваҡытында ял итеү мөмкинлеген бирергә бурыслы.