Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Июль 2019, 09:39

Ҡытайҙар ҡыҙыҡһына

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты ғалимдары Ҡытайҙа үткән “Рәсәй һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһында социаль-мәҙәни, фәнни-техник хеҙмәттәшлек” тип аталған халыҡ-ара конференцияла ҡатнашты.

Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Йәлил Һөйөндөков менән биология фәндәре докторы Резеда Хәсәнова сарала берлектә медик-экологик тикшеренеүҙәр уҙғарыу темаһына доклад менән сығыш яһаны.
Мәртәбәле сарала ике илдең һәләтле йәштәренең үҙ-ара бәйләнеше, технологик тикшеренеүҙәр үткәреү, эшкәртмәләр, һөҙөмтәләрҙе трансферлау өсөн фәнни-тикшеренеү үҙәге булдырыу, аэрокосмик өлкәлә академик мобиллек, фәнни-техник хеҙмәттешлек төрҙәрен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Кәңәшмә һуңында стратегик хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлдө. Ҡытайҙар мөмкинлектәрҙе нығыраҡ барлау өсөн Башҡортостанға, шулай уҡ Сибай ҡалаһына килеү теләген белдерҙе.
Читайте нас: