Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Июль 2019, 09:49

Өйөңдә бегемот аҫрама...

Рәсәй Хөкүмәтендә өйҙә аҫрарға ярамаған хайуандар исемлеге раҫлаған. Аҫрау тыйылған исемлеккә барыһы 33 төр хайуан ингән. Уларҙың күбеһе кеше ғүмере өсөн хәүефле, торлаҡтарҙа уларҙы бағыу шарттары тыуҙырыу бик ауыр.

Рәсәй Хөкүмәтендә өйҙә аҫрарға ярамаған хайуандар исемлеге раҫлаған. Аҫрау тыйылған исемлеккә барыһы 33 төр хайуан ингән. Уларҙың күбеһе кеше ғүмере өсөн хәүефле, торлаҡтарҙа уларҙы бағыу шарттары тыуҙырыу бик ауыр. Атап әйткәндә, гөбөргәйелдәрҙең ҡайһы бер төрҙәре, крокодил, ағыулы һәм быуар йыландар, бегемот, морж, фил, бүре, динго эте, гиена һәм бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған ҡырағай йәнлектәрҙе йортта тотоу тыйыла.
Йорт хайуаны урынына ошондай экзотик йәнлектәр тәҡдим иткән контрабандистарҙың бизнесы һуңғы йылдарҙа ныҡлы үҫешә. Уларға был тармаҡ аҡса эшләү сығанағы булһа, йәнлектәрҙе һатып алыусылар үҙҙәренең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Хайуандарҙы дөрөҫ шарттарҙа аҫрамау арҡаһында йылына әллә нисә кеше һәләк була. Шулай уҡ үрмәкселәрҙең һәм рептилияларҙың фатирҙан ҡасыуы киң таралған күренеш. Былтыр яҙ, мәҫәлән, Баймаҡ районының Моҡас ауылы эргәһендә ҡатҡан крокодил табып алдылар.
Яңы закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Был тыйыуҙар цирк, зоопарк, океанариум, дельфинарийҙарға ҡағылмай.