Сибай ҡала хакимиәте, мәҙәниәт, йәштәр, ҡаланың ЗАГС бүлектәре ойошторған “Туй сәйәхәте от!” акцияһының шарттары ябай: 1 августан алып 24 авгусҡа ҡәҙәр Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә никахты законлы теркәргә генә кәрәк. Ошо арауыҡта өйләнешеүсе бәхетле парға Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирелә.
Акцияла ҡатнашырға теләгән йәштәр 24 авгусҡа ҡәҙәр “Тиҫтер” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы етәкселегенә (Таусылар проспекты, 45) ғариза яҙырға тейеш.
Белешмәләр өсөн телефон 8(34775)5-18-56, электрон почта:rovesniksib@mail.ru
Баллы айҙарын гүзәл төбәгебеҙ буйлап сәйәхәттә үткәрергә теләүселәр һеҙҙән ғаризалар көтөп ҡалалар.