АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
15 Июль 2019, 16:48

ЛЕЯ... ҒӘЛИӘГӘ АУАЗДАШ

Билдәле модель, яҡташыбыҙ Ирина Шейк беренсе тапҡыр үҙенең 2 йәшлек ҡыҙы һәм уның исеменең тарихы тураһында һөйләне. Оҙаҡ йылдар футболсы Криштиану Роналду менән осрашып йөрөп ташлашҡандан һуң, ул популяр Голливуд актеры Брэдли Куперҙан ҡыҙ бала тапҡайны. Сабыйға Лея тип исем ҡушҡандар. Кемдең хөрмәтенә ҡушылған ул исем?

Билдәле модель, яҡташыбыҙ Ирина Шейк беренсе тапҡыр үҙенең 2 йәшлек ҡыҙы һәм уның исеменең тарихы тураһында һөйләне. Оҙаҡ йылдар футболсы Криштиану Роналду менән осрашып йөрөп ташлашҡандан һуң, ул популяр Голливуд актеры Брэдли Куперҙан ҡыҙ бала тапҡайны.
Баҡтиһәң, модель ҡыҙсыҡҡа исемде Сибайҙа йәшәп, вафат булған өләсәһе Ғәлиә хөрмәтенә Лея тип ҡушҡан. Сабыйҙың тулы исеме – Лея де Сьен Шейк Купер. Ирина Шейк билдәләүенсә, Лея исеме французса итеп әйткәндә Ғәлиәне хәтерләтә .
Мәғлүм булыуынса, Иринаның ысын фамилияһы – Шәйхелисламова. Уны ул Шейх тип кенә ҡыҫҡартһа, Ислам диненә бәйләрҙәр тип уйлап, Шейк псевдонимы аҫтында йөрөй. Иринала атаһының әсәһе, тап Ғәлиә Шәйхелисламова көслө характер тәрбиәләй һәм юғары уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә.
– Атайымдың әсәһе – мин белгән иң көслө ҡатындарҙың береһе, – тип өләсәһен хәтерләй модель.
Шейктың өләсәһе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Ҡәҙерлеһе иҫән саҡта Ирина Сибайға ҡайтырға тырышты. Өләсәһе ауыр хәлдә үҙәк дауаханаға эләккәс, уның медицина учреждениеһына килеп итеүен күптәр сенсация яһағайны. Донъя кимәлендәге модель шулай уҡ Сибайҙағы туғандарын гел ҡиммәтле бүләктәр менән ҡыуандыра торғайны. Һеңлеләре, апайҙары билдәле туғандары алып ҡайтҡан күн сумкаларҙы һаман ҡәҙерләп тотоуҙарын белгертә. Ғәлиә өләсәһе оҙон ғүмерле булды, һуғыш ветераны 90 йәшкә етеп, донъя ҡуйҙы. Ирина Шейк йыл һайын уның хөрмәтенә Еңеү көнөн билдәләүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Леяның атаһы Бредли Купер менән ташлашҡандан һуң Ирина Лос-Анджелестан Манхеттенға күскән. Ул ҡыҙына рус телен өйрәтә һәм берәй ҡасан уны үҙенең тыуған яғына, Силәбе өлкәһенә алып ҡайтып күрһәтмәксе.