Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
7 Июнь 2019, 16:08

САЛАУАТТАН ҠАЙТТЫҠ ҠЫУАНЫП

Күптән түгел Салауат ҡалаһының “Юлдаш” балалар һауыҡтырыу лагерында йәш юл-хәрәкәте инспекторҙарының 46-сы тапҡыр ойошторолған "Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2019" республика конкурсы булып үтте. Слет-фестиваль йыл һайын мәктәп уҡыусыларының йәйге каникулдары алдынан ойошторола. Статистик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тап ошо ваҡытта балалар ҡатнашлығында күңелһеҙ осраҡтар арта. Йыл башынан ғына республика юлдарында дүрт баланың ғүмере өҙөлгән. Шуға ла "Хәүефһеҙ тәгәрмәс" республика конкурсы йәш быуындың юл-транспорт фажиғәләрендә йәрәхәтләнеүен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

Күптән түгел Салауат ҡалаһының “Юлдаш” балалар һауыҡтырыу лагерында йәш юл-хәрәкәте инспекторҙарының 46-сы тапҡыр ойошторолған "Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2019" республика конкурсы булып үтте. Слет-фестиваль йыл һайын мәктәп уҡыусыларының йәйге каникулдары алдынан ойошторола. Статистик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тап ошо ваҡытта балалар ҡатнашлығында күңелһеҙ осраҡтар арта. Йыл башынан ғына республика юлдарында дүрт баланың ғүмере өҙөлгән. Шуға ла "Хәүефһеҙ тәгәрмәс" республика конкурсы йәш быуындың юл-транспорт фажиғәләрендә йәрәхәтләнеүен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Йыл һайын үткән традицион сара Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан 350 ҡатнашыусыны—йәш
юл-хәрәкәте инспекторҙарын, дәүләт автоинспекция
хеҙмәткәрҙәрен, педагогтар-ҙы йыйҙы. Сарала Башҡортостандың барлыҡ төбәктәренән 250-нән ашыу бала ҡатнашты. Улар өс көн дауамында төрлө номинацияларҙа көрәш алып барҙы. Һәр йыл һайын „Хәүефһеҙ тәгәрмәс” конкурсын үткәреү осраҡлы түгел. Ул балалар һәм үҫмерҙәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белһен, даими рәүештә теүәл үтәһен өсөн ойошторола.
Быйылғы “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” слет-конкурсы ла әүҙем, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтте. Унда беҙҙең Йылайыр районы исеменән Һабыр урта мәктәбе командаһы сығыш яһаны. Балаларҙы әҙерләү беҙгә—Солтанғужина Нәйлә Фәнил ҡыҙы һәм Таһирова Рәзилә Мөнир ҡыҙына тапшырылды. Положение буйынса йәш юл инспекторҙары командаһына 2007-2009 йылғы дүрт уҡыусы (ике ҡыҙ һәм ике малай) алынырға тейешле ине. Уларҙың юл ҡағиҙәләрен яҡшы белеүе, велосипедта дөрөҫ йөрөүе, медицина ярҙамы күрһәтә белеүе мөһим. Бынан тыш, балаларға башҡа һынауҙарҙы ла үтергә тура килде.
Командаға иң-иңдәр араһынан һайлау һөҙөмтәһендә түбәндәге уҡыусылар алынды: 4-се класс уҡыу-сылары Таһиров Вилнур, Батисова Айзилә, Юламанова Шәүрә һәм 3-сө класс уҡыусыһы Солтанғужин Нурихан. Йәш инспекторҙарҙың рес-публика конкурсы өс көн дауам итте. Унда теория буйынса ла, практика буйынса ла белемде күрһәтеү талап ителә ине. Шулай уҡ балалар юлда бәләгә тарыған кешеләргә беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү оҫталығы буйынса ла ярышты. Сараның иң ҡыҙыҡлы мәле булған ижади конкурс балаларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайым.
Ярыштарҙан һуң балалар өсөн күңелле ял итеү ҙә ойошторолдо. Лагерь Ағиҙел йылғаһы ярында матур урында урынлашҡан. Бында балаларҙың ялы өсөн бөтә шарттар ҙа бар: һәр төрлө спорт һәм уйын майҙансыҡтары, бассейн, мини-аквапарк. Программа менән барғас та танышҡайныҡ. Уҡыусылар футбол, волейбол кеүек уйындар уйнай, ә кисен хатта дискотека ҡаралған ине. Ойоштороусылар балаларға конкурс фәһемле лә, файҙалы ла булһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалған. Шулай уҡ сюрприздар ҙа әҙерләнгән, улар программала күрһәтелмәгәс, улар ысын мәғәнәһендә көтөлмәгән хәл булды. Уйламағанда лагерь биләмәһенә байкерҙәр ассоциацияһы мотоцик-листары текә мотоциклдарҙа килеп инеп, балаларҙы ҡыуандырҙы, төнөн иһә хайран ҡалып салют ҡараныҡ.
Конкурс-слет юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүгә иғтибарҙы арттырып ҡына ҡалмай, республика балаларын үҙ-ара таныштыра ла, дуҫ-лаштыра ла. Беҙҙең уҡыусылар ҙа яңы дуҫтар табып, һөҙөмтәле ял итеп, яңы маҡсаттар менән ҡайтты. Был йыйын, уҡыу йылы аҙағында, уҡыусыларға ҙур бүләк булды.
Саранан буш ҡайтыусылар булманы—ниндәй ҙә булһа этапта яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән командалар бүләктәр менән билдәләнде, төп приз, әлбиттә, велосипедтар. Республиканың ҡала-райондарынан килгән 63 команда араһында беҙҙең йәш инспекторҙар ижади конкурс этабында почетлы 9-сы урын яуланы. Команда Маҡтау грамотаһы, бүләктәр һәм Өфөләге аквапаркҡа купон менән бүләкләнде.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, беренсе урынды Ишембай районы командаһы яуланы. Улар йәй башында Ҡазанда үтәсәк Бөтә Рәсәй слет-фестивалендә Башҡортостан данын яҡлап сығыш яһаясаҡ.
Слетҡа барып ҡайтырға ярҙам иткәндәре өсөн мәғариф бүлеге етәксеһе Айытҡолова Гөлсәсәк Хәсән
ҡыҙына һәм ЮХХДИ начальнигына, шулай уҡ беҙҙе оҙатып йөрөүҙе ойошторған инспектор Теүәлев Радик Ғәлимйән улына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Нәйлә Солтанғужина.
Йылайыр районы
Һабыр ауылы.