Күк сәскә—ҡый үләне, уны баҫыуҙарҙа, юл-һуҡмаҡ буйҙарында осратырға була. Баҡсасылар уны махсус рәүештә лә үҫтереүе ихтимал.
Уға күптәр ҡый үләне тип иғтибар ҙа итмәйҙер, әммә ул шифалы. Ул үт һыуын, һейҙек ҡыуыусы, дезинфекция ролен үтәүсе, елһенеүҙе алыусы. Халыҡ медицинаһы уның төнәтмәһен блефарит, конъюнктивит, күҙҙәр талғанда ҡулланырға кәңәш итә. Шулай уҡ тире ауырыуҙарынан ярҙам итә, фурункул (ваҡ сиҡан) сыҡҡанда ярап ҡала.