Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
31 Май 2019, 12:43

ИЮНЬ АЙЫНДА НАМАҘ УҠЫУ ВАҠЫТТАРЫ

1-3 шәүүәл, шишәмбе, 4 июнь—мөбәрәк Ураҙа ғәйете—Ғәйд әл—Фитр. Ураҙа ғәйете өс көн дауам итә. Ислам диненең биш терәктәренең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен бер ай дауамында тулыһынса үтәп, сабырлыҡ рухында тәрбиәләнеп, күркәм әхлаҡҡа юлланып, тәндәребеҙҙе ураҙа менән сафлап, күңелдәребеҙҙе Ҡөрьән уҡып, мәсеттәрҙә йәмәғәт менән тәрәүих намаҙҙарын уҡыу, йөрәктәребеҙҙе иман нуры менән нурландырып, Аллаһы Тәғәлә биргән иҫәпһеҙ ниғмәттәренә шөкөрҙәр ҡылып Рамаҙан имтиханын уңышлы үттек. Ошо хәйерле тәрбиәне киләһе Рамаҙанға хәтле дауам итергә насип булһын. Ғәйет байрамы мөбәрәк булһын! 26 рамаҙан, йома, 31 май—ҡояш ба-йыу менән Аллаһы Тәғәлә бойорһа, изге Ләйләтүль Ҡадр—Ҡәҙер кисе. Ләкин пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: «Ҡәҙер кисен Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун көнөнөң бер таҡ кисендә эҙләгеҙ»—тигән. Йәғни 21, 23, 25, 27, 29-сы кистәрҙең береһендә Ҡәҙер кисе булыуы ихтимал. Ошо мөбәрәк айҙың күрһәтелгән кистәрендә бигерәк тә ихласлыҡ менән доға, истиғфар ҡылырға, ғәмәл үә ғибәҙәт менән шөғөлләнергә, ғилем һәм мәғрифәткә ваҡытыбыҙҙы сарыф итеү мотлаҡ тейештер.

1-3 шәүүәл, шишәмбе, 4 июнь—мөбәрәк Ураҙа ғәйете—Ғәйд әл—Фитр.
Ураҙа ғәйете өс көн дауам итә. Ислам диненең биш терәктәренең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен бер ай дауамында тулыһынса үтәп, сабырлыҡ рухында тәрбиәләнеп, күркәм әхлаҡҡа юлланып, тәндәребеҙҙе ураҙа менән сафлап, күңелдәребеҙҙе Ҡөрьән уҡып, мәсеттәрҙә йәмәғәт менән тәрәүих намаҙҙарын уҡыу, йөрәктәребеҙҙе иман нуры менән нурландырып, Аллаһы Тәғәлә биргән иҫәпһеҙ ниғмәттәренә шөкөрҙәр ҡылып Рамаҙан имтиханын уңышлы үттек. Ошо хәйерле тәрбиәне киләһе Рамаҙанға хәтле дауам итергә насип булһын. Ғәйет байрамы мөбәрәк булһын!
26 рамаҙан, йома, 31 май—ҡояш ба-йыу менән Аллаһы Тәғәлә бойорһа, изге Ләйләтүль Ҡадр—Ҡәҙер кисе. Ләкин пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: «Ҡәҙер кисен Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун көнөнөң бер таҡ кисендә эҙләгеҙ»—тигән. Йәғни 21, 23, 25, 27, 29-сы кистәрҙең береһендә Ҡәҙер кисе булыуы ихтимал. Ошо мөбәрәк айҙың күрһәтелгән кистәрендә бигерәк тә ихласлыҡ менән доға, истиғфар ҡылырға, ғәмәл үә ғибәҙәт менән шөғөлләнергә, ғилем һәм мәғрифәткә ваҡытыбыҙҙы сарыф итеү мотлаҡ тейештер.