АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
31 Май 2019, 11:15

Аҡ сирень, күк сирень...

Тирә-яҡ аллы-гөллө сәскәгә күмелгән мәл. Улар донъябыҙға йәм биреп кенә ҡалмай, дауалай ҙа. Әйҙәгеҙ, бөгөн сирень сәскәһе хаҡында һөйләшәйек.Иң тәүҙә сәскәнең үҙен йә япрағын йыйып алығыҙ. 100 грамм сәскәгә 1 литр араҡы ҡойоп, өс аҙнаға һалҡын һәм ҡараңғы урынға ҡуйығыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән болғатып тороғоҙ. Әҙер төнәтмә менән һыҙлаған быуындарҙы ыуырға мөмкин.Һалҡын тейҙереп, температурағыҙ күтәрелеп китһә, ас ҡорһаҡҡа 50 мл төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр эсергә була. Уға ҡулланыр алдынан 5 тамсы эвкалипт майы һәм 5 грамм ваҡланған әрем өҫтәһәгеҙ, сирегеҙ тиҙерәк сигенер.

Тирә-яҡ аллы-гөллө сәскәгә күмелгән мәл. Улар донъябыҙға йәм биреп кенә ҡалмай, дауалай ҙа. Әйҙәгеҙ, бөгөн сирень сәскәһе хаҡында һөйләшәйек.
Иң тәүҙә сәскәнең үҙен йә япрағын йыйып алығыҙ. 100 грамм сәскәгә 1 литр араҡы ҡойоп, өс аҙнаға һалҡын һәм ҡараңғы урынға ҡуйығыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән болғатып тороғоҙ. Әҙер төнәтмә менән һыҙлаған быуындарҙы ыуырға мөмкин.
Һалҡын тейҙереп, температурағыҙ күтәрелеп китһә, ас ҡорһаҡҡа 50 мл төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр эсергә була. Уға ҡулланыр алдынан 5 тамсы эвкалипт майы һәм 5 грамм ваҡланған әрем өҫтәһәгеҙ, сирегеҙ тиҙерәк сигенер.
Бронхит һәм оҙайлы йүтәл мәлендә лә сирень төнәтмәһе ярҙамға килер. Шәкәрһеҙ сәйегеҙгә 20 мл төнәтмә өҫтәп, йоҡлар алдынан эсегеҙ. Әммә был ысулды бер аҙнанан артыҡ ҡулланмағыҙ, юғиһә организмға кире йоғонто яһаясаҡ.
Ангина һәм ларингит йөҙәткәндә ике аш ҡалағы төнәтмәне бер стакан һыу менән ҡатыштырығыҙ ҙа, шуның менән көнөнә 4-6 тапҡыр тамаҡ төбөн сайҡатығыҙ.
Башығыҙ ауыртһа, төнәтмәгә сылатылған тампон менән маңлай тирәһен еүешләгеҙ ҙә, унан ышҡығыҙ. Һыҙланыу баҫылыр.
Тәнегеҙ йәрәхәтләнһә, 100 грамм һыуға 10 тамсы төнәтмә ҡушып, шуның менән ярағыҙҙы ыуығыҙ.
Остехондроз, артрит һәм артроз мәлендә көнөнә ике тапҡыр 20-шәр тамсы төнәтмә ҡулланыу файҙаға булыр.
Спиртлы төнәтмәне өнәмәһәгеҙ, аҡ сирень сәскәләрен һәм япраҡтарын йыйып, ваҡлап һыуға һалығыҙ һәм ҡайнатығыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң, йәнә 5 минут утта тотоғоҙ. Унан эҫе кәстрүлде юрған менән урап, 6-8 сәғәт ултыртып тороғоҙ. Ашар алдынан көн дө бер аш ҡалағы ошо төнәтмәне эсһәгеҙ, организмдағы елһенеү процестарын кәметер, бөйөрҙәргә файҙа булыр.
Сирень бөрөләрен ваҡлап, уны бал менән бутап, ыуыныр өсөн май ҙа эшләп ала алаһығыҙ.
Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.