Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
30 Апрель 2019, 12:42

МАЙ АЙЫНДА НАМАҘ УҠЫУ ВАҠЫТТАРЫ

30 шәғбан, йәкшәмбе, 5 май—ҡояш байыу менән, Аллаһ бойорһа, изге Рамаҙан шәриф айы башлана. Ошо изге ай етеү менән бөтә ер йөҙөндә мәсеттәрҙә тәрәүих намаҙҙары уҡыла башлай. Сибайҙа беренсе тәрәүих намаҙы 22 сәғәт 18 минутта уҡыла башлана. Тәрәүих намаҙын йәстү намаҙының 4 рәҡәғәт фарызын йәмәғәт менән уҡығандан һуң, йәнә ике рәҡәғәт йәстү намаҙының сөннәтен айырым-айырым уҡығандан һуң, йәмәғәт менән уҡыла. Тәрәүих намаҙын 8 һәм 20 рәҡәғәт уҡырға ла мөмкин. Ләкин 20 рәҡәғәт уҡыу сауаплыраҡ. Тәрәүих намаҙын мәсеттәрҙә йәмәғәт менән уҡыу—сауаплы булған сөннәт ғәмәл.26 рамаҙан, йома, 31 май—ҡояш байыу менән Аллаһы Тәғәлә бойорһа, изге Ләйләтүл-Ҡадр— Ҡәҙер кисе. Ләкин пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: «Ҡәҙер кисен Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун көнөнөң бер таҡ кисендә эҙләгеҙ»—тигән. Йәғни 21, 23, 25, 27, 29-сы кистәрҙең береһендә Ҡәҙер кисе булыуы ихтимал. Ошо мөбәрәк айҙың күрһәтелгән кистәрендә бигерәк тә ихласлыҡ менән доға, истиғфар ҡылырға, ғәмәл үә ғибәҙәт менән шөғөлләнергә, ғилем һәм мәғрифәткә ваҡытыбыҙҙы сарыф итеү мотлаҡ тейештер.

30 шәғбан, йәкшәмбе, 5 май—ҡояш байыу менән, Аллаһ бойорһа, изге Рамаҙан шәриф айы башлана. Ошо изге ай етеү менән бөтә ер йөҙөндә мәсеттәрҙә тәрәүих намаҙҙары уҡыла башлай. Сибайҙа беренсе тәрәүих намаҙы 22 сәғәт 18 минутта уҡыла башлана. Тәрәүих намаҙын йәстү намаҙының 4 рәҡәғәт фарызын йәмәғәт менән уҡығандан һуң, йәнә ике рәҡәғәт йәстү намаҙының сөннәтен айырым-айырым уҡығандан һуң, йәмәғәт менән уҡыла. Тәрәүих намаҙын 8 һәм 20 рәҡәғәт уҡырға ла мөмкин. Ләкин 20 рәҡәғәт уҡыу сауаплыраҡ. Тәрәүих намаҙын мәсеттәрҙә йәмәғәт менән уҡыу—сауаплы булған сөннәт ғәмәл.
26 рамаҙан, йома, 31 май—ҡояш байыу менән Аллаһы Тәғәлә бойорһа, изге Ләйләтүл-Ҡадр— Ҡәҙер кисе. Ләкин пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: «Ҡәҙер кисен Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун көнөнөң бер таҡ кисендә эҙләгеҙ»—тигән. Йәғни 21, 23, 25, 27, 29-сы кистәрҙең береһендә Ҡәҙер кисе булыуы ихтимал. Ошо мөбәрәк айҙың күрһәтелгән кистәрендә бигерәк тә ихласлыҡ менән доға, истиғфар ҡылырға, ғәмәл үә ғибәҙәт менән шөғөлләнергә, ғилем һәм мәғрифәткә ваҡытыбыҙҙы сарыф итеү мотлаҡ тейештер.