АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
26 Апрель 2019, 16:52

«Йәшел Башҡортостан» сараһына ҡушылығыҙ

27 апрелдә республикабыҙҙа «Йәшел Башҡортостан» акцияһы иғлан ителә. «Ағас ултырт—тормош бүләк ит» ораны аҫтында ойошторолған сараның маҡсаты — урамдарҙы, ихаталарҙы, йәмәғәт урындарын йәшелләндереү, төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инициативаһын хуплау.

27 апрелдә республикабыҙҙа «Йәшел Башҡортостан» акцияһы иғлан ителә. «Ағас ултырт—тормош бүләк ит» ораны аҫтында ойошторолған сараның маҡсаты — урамдарҙы, ихаталарҙы, йәмәғәт урындарын йәшелләндереү, төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инициативаһын хуплау.
Сибай ҡалаһында акция барышында ағас ултыртыу өсөн махсус бүленгән биләмәләрҙә 750 төп үҫенте ултыртыу күҙаллана. Яңы аллеялар Нуриманов, Пионерҙар, Маяковский, Индустриаль шоссе, Ауыл хужалығы техникаһы урамдарында барлыҡҡа киләсәк. Ағас ултыртыуға йәлеп ителеүселәр кәрәкле инструменттар, шәхси һаҡ әйберҙәре менән тәьмин ителә. Акция һөҙөмтәләре буйынса «Йәшел Башҡортостан» фотоконкурсы ла уҙғарыла. Унда ҡатнашыу өсөн ағас ултыртырға һәм уның янында тороп фото төшөп социаль селтәрҙәргә #зеленая башкирия2019 хештегы аҫтында ҡуйырға кәрәк. Иң күп лайк йыйыусы фото иң яҡшыһы тип табыласаҡ. Еңеүселәр ике номинацияла билдәләнә: «Бергә күңелле» лә коллектив фото талап ителһә, «Минең урман—минең киләсәк» шәхсән фото булырға тейеш. Бында ла шулай уҡ иң күп лайк йыйған фото еңеүсе булараҡ билдәләнәсәк.
Сибайҙарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын акцияла дәррәү ҡатнашырға һәм тыуған ҡалабыҙҙың экологик хәлен яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә тос өлөш индерергә саҡырабыҙ.
Ағас ултыртыу менән бергә «Республикабыҙҙы бергәләп таҙартайыҡ!» тирә-яҡты таҙартыу өмәһе лә уҙғарыла. Быйыл икенсе тапҡыр ойошторолған күмәк сараға сибайҙар ҙур әүҙемлек күрһәтеренә өмөт ҙур. Ҡалабыҙҙы бергәләп таҙалайыҡ!