Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
17 Апрель 2019, 12:54

Ҡағыҙ тапшыр—урманды ҡотҡар

Илдең 85 субъектында макулатура ҡабул итеү өсөн махсус урындар билдәләнәсәк, иң күп йыйғандарҙы бүләктәр көтә. “Бөгөн күптәр сүп-сарҙы сорттарға бүлеү, эшкәртеү кәрәклеге тураһында белдерә. Әммә быны ниҙән башларға икәнен белмәйҙәр. Ҡағыҙҙы башҡа ҡалдыҡтарҙан айырыу – иң ябай, аңлайышлы мәсьәләләрҙең береһе. Макулатура йыйыу беҙҙең илдә бик яҡшы алып барыла ине, уны тергеҙергә кәрәк, – тип белдерҙе Дөйөм халыҡ фронтының Башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Игорь Кастюкевич. – Барыһын да үҙебеҙҙән, ғаиләбеҙҙән, дуҫтарыбыҙҙан, коллективтан башлайыҡ.#СохранимЛес акцияһы аша экологияны яҡшырта алабыҙ. Аҙыраҡ һөйләргә һәм күберәк эшләргә – бына шул мөһим. Акцияла ҡатнашайыҡ! “—тине.

Илдең 85 субъектында макулатура ҡабул итеү өсөн махсус урындар билдәләнәсәк, иң күп йыйғандарҙы бүләктәр көтә.
“Бөгөн күптәр сүп-сарҙы сорттарға бүлеү, эшкәртеү кәрәклеге тураһында белдерә. Әммә быны ниҙән башларға икәнен белмәйҙәр. Ҡағыҙҙы башҡа ҡалдыҡтарҙан айырыу – иң ябай, аңлайышлы мәсьәләләрҙең береһе. Макулатура йыйыу беҙҙең илдә бик яҡшы алып барыла ине, уны тергеҙергә кәрәк, – тип белдерҙе Дөйөм халыҡ фронтының Башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Игорь Кастюкевич. – Барыһын да үҙебеҙҙән, ғаиләбеҙҙән, дуҫтарыбыҙҙан, коллективтан башлайыҡ.#СохранимЛес акцияһы аша экологияны яҡшырта алабыҙ. Аҙыраҡ һөйләргә һәм күберәк эшләргә – бына шул мөһим.
Акцияла ҡатнашайыҡ! “—тине.
Ошонан сығып һәм 1 Май—Хеҙмәт байрамына арнап Сибай ҡалаһы мәктәптәре араһында макулатура йыйыу конкурсы иғлан ителде. Сибай ҡала хакимиәте, мәғариф бүлеге конкусты ойоштороусылар булһа, «Экомир» йәмғиәте, «Карандаш»,«Фазенда» магазиндары, «Атмосфера» кинотеатры, Сибай телевидениеһы, «СИБАЙ24» мәғлүмәт ҡала порталы бағыусы булараҡ сығыш яһай.
Конкурста ҡатнашыусы белем усаҡтарындағы уҡыусыларҙың һанынан сығып ярыш 3 төркөмдә ойошторолдо. Макулатура һәм ҡатырға кесаҙнанан алып шәмбегә тиклем һәр мәктәп биләмәһендә, шулай уҡ «Экомир» ҡабул итеү пунктында ҡабул ителә. Әлеге көнгә һөҙөмтәләр сағыштырмаса ошолайыраҡ: 1-се мәктәп –500, гимназия—2229, 6-сы мәктәп—668, 7-се мәктәп—250, 9-сы лицей—1302, 12-се мәктәп—1759, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары 522 кг. макулатура йыйған. «Айгөл» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре –435, «Аленушка»лар—254, «Ҡайынҡай»ҙар 50 кг. икенсел сеймал тапшырған.
--Макулатура йыйыу эшендә гимназия коллективы һәм ата-әсәләр әүҙем ҡатнаша. Ҡағыҙҙың ҡәҙерен беләбеҙ, шуға әрәм-шәрәм итмәйбеҙ. Икенсе яҡтан, тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға өлөш индерәбеҙ, – ти гимназия уҡытыусылары.—Рәсәй урмандарын һаҡлау, экологияны яҡшыртыу, ҡаланы йәшелләндереү маҡсатында ойошторолған сара һуңында ҡаланың М.Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркына күмәкләп ағас ултыртасаҡбыҙ.