Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Март 2019, 15:42

Заманса уңайлы ҡоролма

Былтыр Сибай ҡалаһының «Водоканал» йәмғиәте тәүгеләрҙән булып «Стриж» инновацион системаһын ҡуллана башланы. Коммуналь ресурстарҙы иҫәпләү приборҙарын автоматлаштырыу буйынса программа урында 7 йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ. Был тәңгәлдә ҡулланылған «аҡыллы» иҫәпләүсе приборҙарҙың эшмәкәрлеге былтыр «Урал аръяғы—2018» иҡтисади форумында ла күрһәтелде. Әлеге көндә Сибайҙа бөтә ҡаланы, шулай уҡ Төйәләҫ, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаларын, башҡа биләмәләрҙе үҙ эсенә алған 2 база станцияһы урынлаштырылған. Станциялар бер юлы 4 миллион абонентты хеҙмәтләндереү мөмкинлегенә эйә.

Былтыр Сибай ҡалаһының «Водоканал» йәмғиәте тәүгеләрҙән булып «Стриж» инновацион системаһын ҡуллана башланы. Коммуналь ресурстарҙы иҫәпләү приборҙарын автоматлаштырыу буйынса программа урында 7 йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ. Был тәңгәлдә ҡулланылған «аҡыллы» иҫәпләүсе приборҙарҙың эшмәкәрлеге былтыр «Урал аръяғы—2018» иҡтисади форумында ла күрһәтелде. Әлеге көндә Сибайҙа бөтә ҡаланы, шулай уҡ Төйәләҫ, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаларын, башҡа биләмәләрҙе үҙ эсенә алған 2 база станцияһы урынлаштырылған. Станциялар бер юлы 4 миллион абонентты хеҙмәтләндереү мөмкинлегенә эйә. «Водоканал» предприятиеһы иһә бөгөнгө көндә 35 меңдән ашыу абонент менән эшләй. Йәмғиәттең һыу менән тәьмин итеү һәм һыу һурҙырыу станцияларында һыуҙы контролдә тотоусы приборҙар, пускателдәр, баҫым һәм температура датчиктары кеүек махсус иҫәпләү ҡоролмалары ҡуйылған. Уларҙың барыһы ла предприятиеның диспетчер хеҙмәтендәге автоматик идара итеү берҙәм системаһына, йәғни серверға тоташҡан. «Водоканал» йәмғиәте директоры Таһир Муллоджанов һөйләүенсә, йыл ярым эсендә «Стриж» системаһының импульслы һәм мәғлүмәтте биреп тороусы радиомодемлы иҫәпләү приборҙары ҡаланың 5 йортона, йәмғеһе 1200 прибор ҡуйылған. Был йорттарҙағы фатирҙарҙан мәғлүмәт LPWAN технологияһы буйынса диспетчер хеҙмәтенә ебәрелә. Белешмәләр криптографик йәһәттән һаҡланған, мәғлүмәтте ҡулланыусылар шәхси кабинеты аша күҙәтеп бара ала. Приборҙар антивандал һәм антифроглы механизмдар менән йыһазландырылған. Йәғни, иҫәпләүсе ҡоролманы үҙаллы алмаштырырға теләү, йәки уға магнит ҡуйыу осрағы шундуҡ диспетчер пультында сағыла. Абоненттар өсөн тағы бер уңайлы яғы: шылтыратып, йәки яҙып белешмәләр бирергә кәрәкмәй. Тотонолған һыу күләмен прибор иҫәпләй һәм шуға ҡарап белгестәр түләү хаҡын билдәләй.
Иҫәпләү ҡоролмаларының хеҙмәт итеү ваҡыты 12 йыл. Әгәр ябай иҫәпләү приборына 6 йыл һайын поверка яһау, йәки алмаштырыу талап ителһә, «Стриж» ҡоролмаһы бындай хеҙмәткә мохтаж түгел. Шулай уҡ яңы ҡоролма авария эҙемтәләрен тиҙ бөтөрөүгә булышлыҡ итә, һыу әйләнеше баҫымын көйләй.
«Стриж» системаһы ҡуйылған К.Цеткин урамы, 10/1 йортонда йәшәүселәр уның уңайлыҡтарын әйтте.
—Белешмәләр бирмәйбеҙ, һыуҙы күпме тотонабыҙ, шуға ҡарап түләйбеҙ, иҫәпләү приборҙарының гарантияһы ҙур, эшмәкәрлектәрендә боҙоҡлоҡтар була ҡалһа, предприятие хеҙмәткәрҙәре модулдәрҙе үҙҙәре алмаштыра, —тине йортта йәшәүсе Надежда Петровна, бер тында уңайлыҡтарын һанап.
Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән килгәндә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы М.Ю.Киреев «Водоканал»да булғанда ошо система эшмәкәрлеген ҡарап, был ысулды бөтә республикаға индереү йәһәтенән эшләүҙе тиҙләтергә кәрәк, тип белдерҙе.
Гөлдәр Ҡадаева.