Көслө рухлы, тәүәккәл, маҡсатлы,һәләтле, белемле үҫмерҙәргә хөрмәт күрһәтеү, ижад, хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереү, уларҙы баһалау, тиҫтерҙәренә өлгө итеп ҡуйыу, яңы үрҙәргә дәртләндереү
«Башҡортостан» ТРК ДУП «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы
Премияға 8 йәштән 18 йәшкә саҡлы ҡаршылыҡтарҙы йырып сығып, фән, әҙәбиәт, сәнғәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға ирешкән, үҙ һүҙен әйткән, башҡорт телендә ижад иткән, батырлыҡ күрһәткән һәр үҫмер дәғүә итә ала.
Дәғүәселәр ғариза(заявка) тултырып, фото (8-10 фото) һәм диплом-грамоталарын беркетеп, «Бәйләнештә» селтәрендә «Бирешмә!» төркөмөнә төркөмөнә "Сообщения" аша ебәрә: https://vk.com/bireshma_serial ебәрә.
Ғаризалар 24 мартҡа тиклем ҡабул ителә
Еңеүселәрҙе 7 апрелдә, «Бирешмә!» төркөмөнөң ҙур концертында
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында бүләкләйбеҙ.
Еңеүселәргә кубок һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ.
Бар ҡатнашыусыларға ла диплом биреләсәк
Башҡортостандың билдәле йәштәре
Башҡорт телен ҡәҙерләгән, үҫтергән, әҙәбиәтен, ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән, таратҡан өсөн
Бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙған йәш батырҙар өсөн
3. Бирешмә! Белемгә ынтыл!
Фәндә, уҡыуҙа тос уңышҡа ирешкән белермән үҫмерҙәр өсөн
4. Бирешмә! Ереңде һаҡла!
Тыуған ерен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән йәш экологтар өсөн
Сәнғәттә үҙ һүҙен әйтергә ынтылған тынғыһыҙ йәш ижадсылар өсөн
Спортта юғары ҡаҙаныштар яулаған көслө үҫмерҙәр өсөн
7. Бирешмә! Медиадонъяны яула! *
Йәш режиссер, оператор,анимация рәссамдары, журналистар, фотографтар, блогерҙар өсөн
* Ҡыҫҡа метражлы һәм анимация фильмдарының дауамы – 13 минуттан артмаҫҡа тейеш. Видео avi, mpeg4, mp4 форматарҙа ҡабул ителә.
Белешмә өсөн телефон 8 905 355 40 05 Гөлшат Сәғит ҡыҙы Ғәлиуллина
«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы
1.Номинация___________________________________________________________
2. Исем, фамилияң _____________________________________________________
3. Тыуған көнөң________________________________________________________
4. Уҡыған урының _______________________________________________________
5. Уңыштарың __________________________________________________________ _______________________________________________________________________ _______________________________________________________________________ _______________________________________________________________________
6. Премияға тәҡдим иткән эштәрең ________________________________________ ________________________________________________________________________ ________________________________________________________________________ ________________________________________________________________________
7. Адрес ________________________________________________________________
8. Телефон номеры _______________________________________________
9. *Мин, __________________________________________ғаризала күрһәткән мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн раҫлайым һәм был мәғлүмәтте «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһын ойоштороусылары ҡулланыуына ризалығымды бирәм
___________________ (____________________________________) ________________ ҡултамға исем, фамилия дата
* 9-сы пунктты 18 йәшкә тиклемге ҡатнашыусының ата-әсәсһе тултыра, ҡул ҡуя