10 март көнө 05.30 сәғәттә Сибай ҡалаһының Балалар ижады йорто алдынан 6 автобус изге сәфәргә — Ҡырымға ял итергә юлланыусы 250 баланы Магнитогорск аэропортына алып китте. Таң менән балаларын оҙатыусы ата-әсәләрҙең йөҙҙәрендә ҡыуаныс ҡатыш борсолоуҙар ҙа һиҙелде. Татлы йоҡоларынан уятып, автобустарға ултыртылған балаларҙың артыҡ эмоциялары һиҙелмәй. Шулай ҙа 9 -сы отряд етәксеһе Гөлназ Мәхмүтова бәләкәстәрҙең күңелен күрергә тырыша. Ә уның алмашсыһы Гөлдәр Әнүәр ҡыҙы һәр баланы теүәлләүгә,барлауға әһәмиәт бирҙе. Етәкселәр араһында ҡаланың балалар баҡсалары тәрбиәселәре күплеге асыҡланды. "Сулпылар" балалар баҡсаһының медицина хеҙмәткәре Гөлназ Сәфәрғәлина 6 -сы отрядты етәкләйәсәк. Автобустарҙың тәҙрәләренә текләп, ғәзиздәренә хәйерле юл теләгәндәр араһында ла таныштар күп. Көньяҡ ҡасабаһынан Нурзия һәм Азат Бураншиндар ике улдарын — Бәхтийәр менән Даниярҙы оҙатты. 10,12 йәшлек малайҙар беренсе тапҡыр ата -әсәйһеҙ юлға сыҡты. Зәбир һәм Рәмилә Торомтаевтар улдары Кәримгә ҡул болғаны. Хәбирйәновтар ҡыҙҙары Камила ултырған автобус янында өйрөлдө. Зөлфиә һәм Наил Ҡәйепҡоловтар ҙа балаларына юлға фатиха бирҙе.