Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
7 Март 2019, 10:56

Ҡаланы төҙөкләндереү—төп бурыс

Сибай ҡалаһында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡараусы Р.Хәбиров ҡушыуы буйынса «Управдом» форумы үтте. Унда Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы М.Ю.Киреев, министрлыҡ баш белгестәре, урындағы власть вәкилдәре һәм ҡала халҡы ҡатнашты. Михаил Юрьевич етәкселегендәге делегация башта Сибай карьерында булды. Артабан подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына инеүгә дәғүә иткән күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ҡараны.

Сибай ҡалаһында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡараусы Р.Хәбиров ҡушыуы буйынса «Управдом» форумы үтте. Унда Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы М.Ю.Киреев, министрлыҡ баш белгестәре, урындағы власть вәкилдәре һәм ҡала халҡы ҡатнашты. Михаил Юрьевич етәкселегендәге делегация башта Сибай карьерында булды. Артабан подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына инеүгә дәғүә иткән күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ҡараны. Таусылар проспектының 17-се, 63-сө, Пионерҙар, Горький урамдарындағы 2,3 ҡатлы йорттарҙың подъездарын ҡарағандан һуң министр вазифаһын башҡарыусы урында подъездар торошон ҡәнәғәтләнерлек тип белдерҙе. Йорттар араһындағы ихаталарҙы ла ҡарап сыҡҡандан һуң, тороштары яҡшы тип таныны.
—Подъездарҙы ағартып, тәҙрә быялаларын алмаштырып, рамдарын буяғанда йорттарға төҫ, йәм индереп була. Урам ихаталарына килгәндә, балалар майҙансыҡтарында балаларҙың, урамдағы спорт комплекстарына кешеләрҙең күп йөрөгәне күренә. Әммә улар ҡарҙан таҙартылмауы күңелде ҡырҙы. Тағы йәшеллек етмәүе күҙгә ташлана,—тине М.Ю.Кирәйев.
Делегация шулай уҡ ҡаланың «Полигон» сүп-сар йыйыу, «Водоканал» йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты.
Кис ҡаланың 9-сы лицейында төп сара—«Управдом» йыйылышы үтте.
Сибайҙа беренсе тапҡыр үткән сараны ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов асты.
–Һәр кем өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырылыуы мөһим. Форумдың төп маҡсаттарының береһе – халыҡты подъездарҙы ремонтлау, ихаталарҙы төҙөкләндереү, торлаҡ-хужалыҡ мәсьәләләрен бергәләшеп хәл итеү эшенә йәлеп итеү, – тине сығышында Рөстәм Афзалов. – Шуға күрә һеҙҙең, хөрмәтле сибайҙар, һәр проектта әүҙем ҡатнашыуығыҙ, төрлө идеялар, башланғыстар менән сығыш яһауығыҙ бик мөһим. Бергә һәм берҙәм булғанда ғына тыуған ҡалабыҙҙы матур, уңайлы, заманса итә аласаҡбыҙ.
Балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары, ололарға ял итеү урындары булдырыу йәһәтенән дә етди һөйләшеү булды.