АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
4 Март 2019, 15:08

Игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙ—Аллаһы Тәғәлә бүләге

Марттың тәүге көнөндә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 4 пар игеҙәктәр тыуыуы тураһында акт теркәлде. Шамил Рәмил улы һәм Фәнилә Илһам ҡыҙы ике улды—Айназ һәм Даян исемле 10,12 йәшлек ағайҙары янына бер ҡыҙ табыу тураһында хыяллана. Уларҙың был теләге шул тиклем көслө була, хатта Аллаһ Тәғәлә уларға ике ҡыҙ бүләк итә. —Тәүге УЗИ тикшеренеүендә үк табиптар аналыҡта ике яралғы барлығын әйтте. Өсөнсө тапҡыр ҡаралғанда ике ҡыҙ буласағын белгәс, сабыйҙарыбыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ,—тип ҡыуана күп балалы әсә. Ҡыҙҙарға Сабина һәм Самира тип исем биргәндәр.

Марттың тәүге көнөндә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 4 пар игеҙәктәр тыуыуы тураһында акт теркәлде. Шамил Рәмил улы һәм Фәнилә Илһам ҡыҙы ике улды—Айназ һәм Даян исемле 10,12 йәшлек ағайҙары янына бер ҡыҙ табыу тураһында хыяллана. Уларҙың был теләге шул тиклем көслө була, хатта Аллаһ Тәғәлә уларға ике ҡыҙ бүләк итә.
—Тәүге УЗИ тикшеренеүендә үк табиптар аналыҡта ике яралғы барлығын әйтте. Өсөнсө тапҡыр ҡаралғанда ике ҡыҙ буласағын белгәс, сабыйҙарыбыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ,—тип ҡыуана күп балалы әсә.
Ҡыҙҙарға Сабина һәм Самира тип исем биргәндәр.
Читайте нас: