Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
21 Февраль 2019, 16:35

Инвестиция һабантуйы

Быға тиклем ике йылға бер мәртәбә Сибай ҡалаһында уҙғарылып килгән «Урал аръяғы» форумы быйыл Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы исеме аҫтында үтәсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән форумға әҙерлек сиктәрендә үткән сарала әйтелде.

Быға тиклем ике йылға бер мәртәбә Сибай ҡалаһында уҙғарылып килгән «Урал аръяғы» форумы быйыл Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы исеме аҫтында үтәсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән форумға әҙерлек сиктәрендә үткән сарала әйтелде.
2012 йылда Урал аръяғын үҫтереүгә республика Хөкүмәте айырым иғтибар бүлә башланы. Ошо ваҡыттан алып төбәктә федераль һәм төбәк органдары власть вәкилдәре, инвесторҙар, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү институттары, Рәсәйҙең алдынғы бизнес-структуралары һәм йәмәғәт ойошмаларынан 300-ҙән алыу делегат йыйылып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итте.
Был юлы Сибайҙа 14-15 июндә уҙасаҡ сараның исеме Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы тип кенә үҙгәртеп ҡалмай, уның барышына ла яңылыҡтар индерелә. Әйтәйек, мөһим сараның тәүге көнөндәге пленар ултырыш тау сәнәғәте базаһын үҫтереүгә арналасаҡ. Унда Урал тау-металлургия компанияһы һәм башҡа эре структуралар вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Башҡа майҙансыҡтар ҙа эшләйәсәк. 15 июндә төбәк райондараның береһендә күркәм байрам—һабантуй уҙғарыу ҡарала. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Баширов әйтеүенсә, был форум власть һәм бизнес араһында конструктив диалог булдырыу өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙыра. «Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмғиәт ойошмаһы рәйесе Андрей Назаров, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов был сара инвесторҙар йәлеп итеүгә, проекттарҙы тормошҡа ашырыуға этәргес булып тороуын белдерҙе.
Читайте нас: