АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
21 Февраль 2019, 17:16

Һалдатҡа—хат

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Сибай ҡалаһының «Тиҫтер» үҫмерҙәр клубы һәм Йәш техниктар станцияһы бик үҙенсәлекле акция иғлан итте.

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Сибай ҡалаһының «Тиҫтер» үҫмерҙәр клубы һәм Йәш техниктар станцияһы бик үҙенсәлекле акция иғлан итте. Бер аҙна буйына дауам иткән сарала мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Һәр бер мәктәп әрмелә хеҙмәт иткән Сибай егеттәренә һалдат хаттары яҙып оҙатты. «Тиҫтер» үҫмерҙәр клубы директоры Лена Сөнғәт ҡыҙы Мөхәмәтова әйтеүенсә, Йәш техниктар станцияһы тәрбиәләнеүселәре тәүҙә хаттың шаблонын эшләп мәктәптәргә таратҡан. Аҙна дауамында урта класс уҡыусылары ҡалалаштарыбыҙ хеҙмәт иткән хәрби частарҙың адрестары буйынса һәр һалдатҡа төбәп йөкмәткеле, йылы хаттар яҙған. 3-4 кластарҙа Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған класс сәғәттәре үткән. «Был акцияның маҡсаты--балаларҙа тыуған илгә ҡарата һөйөү уятыу, ватанды һаҡлаусыларға ҡарата ихтирам һәм ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү. Беҙ барыбыҙ ҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итеүсе ир-егеттәрҙең имен-һау тыуған ҡалабыҙға әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Улар үҙҙәренең өлгөлө хеҙмәте менән йәш быуын үрнәк булып тора. «Һалдатҡа--хат!» акцияһында әүҙем ҡатнашҡан мәктәп уҡыусыларын ҙур рәхмәт белдерәбеҙ»,--ти Лена Сөнәғәт ҡыҙы. «Тиҫтер»ҙәр был матур сараны киләсәктә лә дауам итергә ниәтләй.
Альбина Таһирова.