«Эко-сити» ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эшләүсе йәмғиәттең төбәк операторы хәбәр итеүенсә, 2019 йылдың 1 ғинуарынан әлеге тәңгәлдә күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләү кеше башынан алына. Уның хаҡы раҫланған тарифҡа һәм йыйылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары номативына бәйле буласаҡ.
Юридик берәмектәр ҙә, халыҡ та ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, ташыу, эшкәртеү буйынса эшләгән төбәк операторы, йәғни «Эко-сити» компанияһы менән килешеү төҙөргә бурыслы буласаҡ. Барыһы ла законға ярашлы башҡарыла.
Әлеге көндә килешеү проекты компанияның roecocity.ru сайтында баҫылған.
Күп ҡатлы һәм шәхси йорттарҙа йәшәүселәр ҙә сүп-сарын билдәле урынға сығара, ә төбәк операторы уларҙы алып китәсәк. Ай һайын халыҡҡа квитанция киләсәк.
«Эко-сити» компанияһы офистарында яҙма килешеү төҙөргә мөмкин.
«Эко-сити» йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте секретары.