Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Рәсәй ҡотҡарыусылар союзы» йәмәғәт ойошмаһы наградаларына тәҡдим ителгән балалар менән осрашты. Сараға республикала йәшәгән 7 бала әсәләре менән барҙы.
—Бәләкәй булһағыҙ ҙа, йөрәгегеҙ ҙур: һеҙ бит өлкән кеше эшләй алмаҫ ғәмәлдәр башҡарғанһығыҙ. Ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткәнһегеҙ. Беҙ һеҙҙе ныҡ хөрмәт итәбеҙ һәм ғорурланабыҙ,—тине төбәк етәксеһе балаларға мөрәжәғәт итеп.
Иң йәш ҡотҡарыусы—Өфөнән. Алексей Гребешковҡа 4 кенә йәш. Ул күрше йортта янғын сыҡҡанын һиҙеп, атаһына хәбәр иткәне өсөн Башлыҡ ҡулынан Ҡотҡарыусылар союзының Рәхмәт хатын алды.
Хәйбулла районының Һамар ауылынан 10 йәшлек Байназар Хәйбуллин дуҫы Илназдың әүһәләктән ҡолап, маңлайын ауыр йәрәхәтләгәнен күргәс, уны ауыр хәлдә ташлап китмәй. Оҙаҡ уйлап тормай, дуҫын велосипедына ултыртып медицина пунктына алып бара. Шулай ваҡытында ярҙам күрһәткәне өсөн уны ауылдаштары юғары наградаға тәҡдим итә. Байназар мәктәптә яҡшы өлгәшә, спорт менән етди шөғөлләнә. Ярҙамсыл малай Рәсәй ҡотҡарыусылар союзының «Fүмерҙе ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Кеше бәләһенә битараф ҡалмай, ярҙам ҡулы һуҙыусы балалар араһында шулай уҡ Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан Азамат Арапов, Стәрлетамаҡ районының Талачев ауылынан Илһөйәр Бикҡолова, Ишембай районының Үрге Этҡол ауылынан Ирек Үмәрбаев, Өфөнән Степан Литвинов бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы һәләкәт килгән ваҡытта кеше ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалған.
Радий Фәрит улы йәш геройҙарға ла, һоҡланғыс ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгән ата-әсәләргә лә ҙур рәхмәт әйтте.
Һүрәттә: Р.Ф.Хәбиров Байназар Хәйбуллинға миҙал тапшырҙы.