Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Октябрь 2018, 15:51

Дөйөм этнографик диктант-2018

2 ноябрь, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан, илдең башҡа төбәктәре менән бер рәттән республикала «Дөйөм этнографик диктант» Халыҡ-ара акцияһы үтә.

2 ноябрь, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан, илдең башҡа төбәктәре менән бер рәттән республикала «Дөйөм этнографик диктант» Халыҡ-ара акцияһы үтә.
Диктант күп милләтле илебеҙҙә татыу һәм берҙәм йәшәгән башҡа халыҡтарҙың тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте буйынса белемдәрҙе тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бынан тыш ул халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә, әҙәби-мәҙәни бәйләнештәргә, этнография фәненә иғтибарҙы йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.
Рәсәйҙә сара быйыл өсөнсө тапҡыр үтәсәк. Әйткәндәй, акцияла ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл артыуы күҙәтелә: 2016 йылда 90 000 кеше диктант яҙһа, 2017 йылда ҡатнашыусылар һаны 367 000-гә барып етә. Былтырҙан алып сара Халыҡ-ара акцияһы статусында үтә—диктантты Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Молдавияла һ.б. илдәрҙә лә яҙалар.
Урал аръяғы райондарында акцияны үткәреү урыны тип БДУ-ның Сибай институтының төп уҡыу корпусы билдәләнде. Сибай ҡалаһының Белов урамында урынлашҡан уҡыу йортонда сара урындағы ваҡыт буйынса 11.30 сәғәттә башлана, тер-кәлеү—11.00 сәғәттә.
Диктантты яҙыуҙа бөтә теләүселәр ҡатнаша ала. Йәш һәм һөнәр буйынса ла, социаль сығыш һәм тотҡан дин буйынса ла сикләүҙәр юҡ. Акцияла ҡатнашыусыларҙың милли кейемдәрҙә килеүе хуплана. Әгәр ҙә ҡатнашырға теләүселәр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында сараға килә алмай икән, улар белемдәрен Дөйөм этнографик диктанттың официаль сайтында (www.miretno.ru) онлайн-тест аша тикшерә ала. Онлайн-тест Мәскәү ваҡыты буйынса 10.00 сәғәттә башлана.
«Дөйөм этнографик диктант» Халыҡ-ара акцияһында ҡатнашырға теләүселәрҙе БДУ-ның Сибай институтының (филиал) төп уҡыу корпусында сәғәт 11-ҙә көтөп ҡалабыҙ!
Г.Х.Сәмерханова,
сараның Сибай ҡалаһындағы кураторы.