АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
7 Сентябрь 2018, 16:35

Һәр ишек асыҡ

Ҡала халҡын Сибай институтында бай программа көтә. Бында уҡыу йорто буйлап сәйәхәт итергә мөмкин буласаҡ, концерт ҡу-йыла, ҡурсаҡ театры сығыш яһай.Капиталь ремонттан һуң 1 сентябрҙә үҙ ишектәрен яңынан ас-ҡан Сибай гимназияһына ла һәр кем инеп, уның менән таныша аласаҡ. Бында 3 D, дистанцион белем биреү кабинеттары барлыҡҡа килгән, һанлы лаборатория эшләй башлаған, инглиз телендә аралашыусы илдәр менән диалог өсөн плазмалы панель булдырылған, телескоп һәм башҡалар алынған.

Ҡала халҡын Сибай институтында бай программа көтә. Бында уҡыу йорто буйлап сәйәхәт итергә мөмкин буласаҡ, концерт ҡу-йыла, ҡурсаҡ театры сығыш яһай.
Капиталь ремонттан һуң 1 сентябрҙә үҙ ишектәрен яңынан ас-ҡан Сибай гимназияһына ла һәр кем инеп, уның менән таныша аласаҡ. Бында 3 D, дистанцион белем биреү кабинеттары барлыҡҡа килгән, һанлы лаборатория эшләй башлаған, инглиз телендә аралашыусы илдәр менән диалог өсөн плазмалы панель булдырылған, телескоп һәм башҡалар алынған.
Экскурсия программаһы «Ирәндек» лицейында ла ойошторола. Бында Рәсәй мәғариф академияһы академигы М.П.Щетининдың педагогик-психологик концепцияһына таянып белем бирәләр. 9 сентябрҙә ҡала халҡының уҡыу йорто үҙенсәлеге менән яҡындан танышырға мөмкинлеге буласаҡ. Был көндө лицейҙа ветерандар хоры сығыш яһаясаҡ.
Балалар ижады үҙәгендә, Сибай медицина колледжында халыҡ өсөн концерт программаһы әҙерләнгән. Ҡаланың 5-се, 11-се мәктәптәрендә, шулай уҡ медицина колледжында Үҙәк ҡала дауаханаһы табиптары күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштора.
Сибай ҡалаһы халҡын барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ! Рәхим итегеҙ!