Үткән шәмбе Сибай ҡалаһының Мәжит Fафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ҡала халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булып үтте. Бында «Динозаврик» исемле «Күңелле динопарк» асылды.
Бейек ағастар, ҡуйы ҡыуаҡтар араһында йөрәкте өҙгөс яман тауыштар менән ҡысҡырып «йөрөгән» гигант кеҫәрткеләр араһына килеп кергәс, үҙемде миллион йылдар элек бөтә Ер шарын ҡаплап үҫкән тропик урманға килеп ингәндәй хис иттем.
Бына күҙ ҡабаҡтарын бер асып, бер йомоп торған стиракозавр («һөңгөлө кеҫәртке») минең яҡҡа башын бороп әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе. Арыраҡ торған брахиозавр («яурынлы кеҫәртке») миңә ҡырын ҡараш ташлап ҡуя. Ә бына башын уңға-һулға һелкеп торған тиранозавр («тиран кеҫәртке») шул тиклем бейек, уға эргәһендә һушы китеп ҡарап торған кешеләр сысҡан ҙурлыҡ ҡына булып күренәлер әле, тип уйлап ҡуйҙым.
—Беҙ бындай мажаралар паркын ҙур ҡалаларҙа ғына ойоштора торғайныҡ. Быйыл, һынау өсөн, Сибайға ла алып килдек. Бындай динопарктар Магнитогорскиҙа, Өфөлә Яҡутов паркында, Волгоградта, Санкт-Петербургта һәм Әбйәлил районында ғына эшләй. Сибай ҡала етәкселәренә ҙур рәхмәт, улар беҙҙең тәҡдимде хуплап ҡаршы алды, парк өсөн уңайлы ер бүлде. Сибайға беҙ 15 фигура алып килдек. Бөтәһе лә хәрәкәтләнә, ҡымғырлай, ҡайһылары ырылдай ҙа әле,—ти динопарк директоры Радик Хәбир улы Мөлөков.—Бөтә фигуралар ҙа Ҡытайҙа эшләнгән. Уларҙы башҡа бер кем дә эшләмәй.
—Радик Хәбир улы сибайҙарға ҙур ҡыуаныс бүләк итте. Быға тиклем тиҫ-тәләгән миллион йыл элек йәшәгән был хайуандарҙы сит ил киноларында йәки Магнитогорскиға барып ҡына ҡарай ала инек, хәҙер үҙебеҙҙә эшләй. Балалар өсөн ниндәй шатлыҡ! Билеттәр ҙә артыҡ ҡиммәт түгел: балалар өсөн—100, ололарға 250 һум. Кескәйҙәрҙе ҡайһы бер фигураларға ултыртып бәүелдерергә, фотоға төшөрөргә лә мөмкин,—тип шатлығы менән уртаҡлашты ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге баш белгесе Сажидә Fәниева.
Динопарктан сығыр алдынан, киткем килмәй, артыма әйләнеп ҡараным. Дүрт аяҡлап бөтәһен күҙәтеп ултырған гигант Кинг-Конг, ҡайтаһыңдамы ни тигән һымаҡ, минән күҙен алмай оҙатып ҡалды.