Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
27 Июль 2018, 18:01

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутатлығына теркәлгән кандидаттар, сәйәси партиялар иғтибарына!

Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутатлығына теркәлгән кандидаттар, сәйәси партиялар иғтибарына!2018 йылдың 2 авгусында «Атайсал» гәзитенә һайлау алды мәҡәләләре өсөн бушлай һәм түләүле майҙандар бүлеү буйынса йәрәбә үткәрелә. Йәрәбә Сибай ҡалаһы, Ленин урамы, 7 буйынса урынлашҡан «Мир» йәштәр йортонда 15.00 сәғәттә уҙғарыла. Ул Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2013 йылдың 22 мартында раҫлаған 20/8-5 һанлы ҡарары тәртибенә ярашлы үтә.

2018 йылдың 2 авгусында «Атайсал» гәзитенә һайлау алды мәҡәләләре өсөн бушлай һәм түләүле майҙандар бүлеү буйынса йәрәбә үткәрелә.
Йәрәбә Сибай ҡалаһы, Ленин урамы, 7 буйынса урынлашҡан «Мир» йәштәр йортонда 15.00 сәғәттә уҙғарыла. Ул Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2013 йылдың 22 мартында раҫлаған 20/8-5 һанлы ҡарары тәртибенә ярашлы үтә. 2.3-сө пунктына ярашлы, йәрәбәлә 2018 йылдың 1 авгусына тиклем редакцияға килеп яҙма заявка биреүсе теркәлгән кандидаттар, һайлау берләшмәләре, уларҙың ышаныслы вәкилдәре ҡатнаша ала. «Атайсал» гәзитендә дөйөм алғанда 3, 2 полоса һайлау агитацияһы осоронда бушлай майҙан булараҡ бүленә. Ошондай уҡ күләм түләүле агитацияға бирелә.
Йәрәбәлә теркәлгән кандидаттар йәки уларҙың ышаныслы вәкилдәре ҡатнаша ала. Ышаныслы вәкилдәрҙең полномочияһы рәсми документ менән нығытылырға, кандидаттың ҡултамғаһы менән раҫланырға тейеш. Һайлау берләшмәләре исеменән йәрәбәлә ышаныслы вәкил йә иһә берләшмәнең ышаныс ҡағыҙын алған кеше ҡатнаша ала. Әгәр заявка биреп тә, кандидат йә уның ышаныслы вәкиле килмәһә, редакция хеҙмәткәре йәрәбәлә улар мәнфәғәтен яҡлай.
Йәрәбә кандидаттарҙың теркәлеү исемлегенең хронологик тәртибе бу-йынса үтә.
Йәрәбәлә ҡатнашыу өсөн заявканы Сибай ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 22 адресы буйынса бирергә. Контакт өсөн: Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы 8 (34775) 2-55-04, Әхмәров Фәрит Зәбихулла улы, Вәлиева Резеда Файзрахман ҡыҙы 8 (34775) 2-55-08.
Читайте нас: