Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
26 Апрель 2018, 12:52

Һаҡ булығыҙ!!! Көндәр йылыта башлау менән талпандар "һунар"ға сыға.

Һаҡ булығыҙ!!!Көндәр йылыта башлау менән талпандар "һунар"ға сыға.Донъяла талпандарҙың бер нисә төрө иҫәпләнә. Үҫеп еткәндәренең 4 пар аяғы була, ҡанаттары юҡ. Ҙурлыҡтары буйынса 0,1 -0,5 мм. Күҙҙәре булмаһа ла, үҙ ҡорбандарын 10 метрҙан "күреп, һиҙеп" торалар.Үҫемлек һуты менән туҡланыусылары ауыл хужалығына зыян килтерә. Саң талпандары ла була. Улар астманың төп сәбәпсеһе булыуы ихтимал. Кләт талпандары осрай, улары игенде, ондо ашай. Тире аҫты талпандары тәндә ҡысытыу барлыҡҡа килтерә. Хайуандарҙың "үҙ" талпандары....Әммә, әлбиттә, иң ҡурҡыныстары-сир йөрөтөүсе, энцефалит таратыусылары.Талпандар аҙыҡһыҙ 3 йыл тирәһе йөрөй ала, ә бына "ашай" башлаһа, 120 тапҡырға ҙурайып китә.Кешене талпан тешләһә, түбәндәге симптомдар күҙәтелә:* 37-38 градусҡа температура күтәрелә, тешләнгән ер ҡыҙара, хәл бөтә, йоҡо баҫа, ҡысыныу, ҡалтырау, шешенеү күҙәтелә.* баш ауыртырға, уҡшытырға мөмкин. Тын алыу ауырлаша, галлюцинация булыуы ихтимал.Талпанды иҙгесләмәй, бүлгесләмәй генә бөтөн көйө сығарырға тырышыр кәрәк. Паразиттарҙың тын алыу органы артында була, шуға ла үҫемлек майы һөртөп, 3-5 минут көтһәгеҙ, һауа етмәүҙән килеп сыға. Талпанды ташламағыҙ, берәй шыптыр ҡапҡа һалып, лабораторияға алып барырға кәрәк. Талпандар бәрхәт үләне, лаванда еҫен яратмай. Кеҫәгеҙҙә уларҙы алып йөрөргә мөмкин.

Һаҡ булығыҙ!!!
Көндәр йылыта башлау менән талпандар "һунар"ға сыға.
Донъяла талпандарҙың бер нисә төрө иҫәпләнә. Үҫеп еткәндәренең 4 пар аяғы була, ҡанаттары юҡ. Ҙурлыҡтары буйынса 0,1 -0,5 мм. Күҙҙәре булмаһа ла, үҙ ҡорбандарын 10 метрҙан "күреп, һиҙеп" торалар.
Үҫемлек һуты менән туҡланыусылары ауыл хужалығына зыян килтерә. Саң талпандары ла була. Улар астманың төп сәбәпсеһе булыуы ихтимал. Кләт талпандары осрай, улары игенде, ондо ашай. Тире аҫты талпандары тәндә ҡысытыу барлыҡҡа килтерә. Хайуандарҙың "үҙ" талпандары....
Әммә, әлбиттә, иң ҡурҡыныстары-сир йөрөтөүсе, энцефалит таратыусылары.
Талпандар аҙыҡһыҙ 3 йыл тирәһе йөрөй ала, ә бына "ашай" башлаһа, 120 тапҡырға ҙурайып китә.
Кешене талпан тешләһә, түбәндәге симптомдар күҙәтелә:
* 37-38 градусҡа температура күтәрелә, тешләнгән ер ҡыҙара, хәл бөтә, йоҡо баҫа, ҡысыныу, ҡалтырау, шешенеү күҙәтелә.
* баш ауыртырға, уҡшытырға мөмкин. Тын алыу ауырлаша, галлюцинация булыуы ихтимал.
Талпанды иҙгесләмәй, бүлгесләмәй генә бөтөн көйө сығарырға тырышыр кәрәк. Паразиттарҙың тын алыу органы артында була, шуға ла үҫемлек майы һөртөп, 3-5 минут көтһәгеҙ, һауа етмәүҙән килеп сыға. Талпанды ташламағыҙ, берәй шыптыр ҡапҡа һалып, лабораторияға алып барырға кәрәк.
Талпандар бәрхәт үләне, лаванда еҫен яратмай. Кеҫәгеҙҙә уларҙы алып йөрөргә мөмкин.