Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Август 2017, 13:57

ҒӘҘЕЛЛЕК ТАНТАНА ИТТЕ

Рәсәй Президенты Владимир Путин ата-әсәһе билдәһеҙ булған балаларҙы пенсия менән тәьмин итеүгә ҡағылған федераль законға ҡул ҡуйҙы.Етемдәр өсөн тәғәйенләнгән ойошмаларҙан сыҡҡанда йәиһә мәғариф учреждениеларын тамамлағас, ата-әсәһе билдәһеҙ балаларҙың матди тәьминәте, етемдәрҙеке менән сағыштырғанда, байтаҡҡа түбәнерәк булды. Юридик яҡтан ата-әсәһе асыҡланмағас, улар ҡараусыһын юғалтыу сәбәпле пенсия алыуҙан да мәхрүм ине. Яңы закон ошоларҙы иҫәпкә алып, 2012-2017 йылдарға иҫәпләнгән Балалар мәнфәғәтендәге ғәмәлдәрҙең милли стратегияһы нигеҙендә эшләнде.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ата-әсәһе билдәһеҙ булған балаларҙы пенсия менән тәьмин итеүгә ҡағылған федераль законға ҡул ҡуйҙы.
Етемдәр өсөн тәғәйенләнгән ойошмаларҙан сыҡҡанда йәиһә мәғариф учреждениеларын тамамлағас, ата-әсәһе билдәһеҙ балаларҙың матди тәьминәте, етемдәрҙеке менән сағыштырғанда, байтаҡҡа түбәнерәк булды. Юридик яҡтан ата-әсәһе асыҡланмағас, улар ҡараусыһын юғалтыу сәбәпле пенсия алыуҙан да мәхрүм ине. Яңы закон ошоларҙы иҫәпкә алып, 2012-2017 йылдарға иҫәпләнгән Балалар мәнфәғәтендәге ғәмәлдәрҙең милли стратегияһы нигеҙендә эшләнде.
Документ 2018 йылдың 1 ғинуарынан балаларҙың был категорияһы өсөн социаль пенсияның яңы төрөн ғәмәлгә индерә. Уларға ата-әсәһен йәки берҙән-бер ҡараусыһын юғалтҡан балаларҙыҡы кеүек үк күләмдәге социаль пенсия түләнәсәк.
Ҡул ҡуйылған законға ярашлы, яңы төрҙәге пенсия алыусылар иҫәбенә Эске эштәр, опека һәм попечителлек органдарының, медицина, тәрбиә, социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларының сабыйҙы ҡалдырып (ташлап) китеүҙәре тураһындағы ғаризаһы нигеҙендә дәүләт теркәүе үткән, йәғни тыуыу тураһындағы таныҡлығында әсәһе һәм атаһы күрһәтелмәгән балалар инә. Социаль пенсия 18 йәшкә тиклем, шулай уҡ юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә белем алған осорҙа, йәғни уҡыуы тамамланғанға (23 йәше тулғанға) тиклем түләнә.
Закон 2018 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә. Граждандарҙың был төркөмөнә социаль пенсия уны һорап мөрәжәғәт иткән айҙың тәүге көнөнән тәғәйенләнә.