Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Июль 2017, 18:47

ҮҘГӘРЕШТӘР ИНДЕРЕЛДЕ

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тулы булмаған ғаиләләр шулай уҡ 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү алыуға иҫәп тота ала. Ошо хаҡта 4 июлдә республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.—Балалар аҙ тыуа. Шуға торлаҡҡа сиратта торған ғаиләләргә 300 мең һум түләргә булдыҡ, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. —Әммә положениела тик тулы ғаиләләргә тип яҙылған. Уны ҡайтанан ҡарауҙарын һораным. Сиратта торған яңғыҙ әсәй, яңғыҙ атай ҙа ошо 300 мең һумды алырға тейеш.

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тулы булмаған ғаиләләр шулай уҡ 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү алыуға иҫәп тота ала. Ошо хаҡта 4 июлдә республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
—Балалар аҙ тыуа. Шуға торлаҡҡа сиратта торған ғаиләләргә 300 мең һум түләргә булдыҡ, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. —Әммә положениела тик тулы ғаиләләргә тип яҙылған. Уны ҡайтанан ҡарауҙарын һораным. Сиратта торған яңғыҙ әсәй, яңғыҙ атай ҙа ошо 300 мең һумды алырға тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: март айында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләргә ярҙам итеү һәм тыуымды арттырыу маҡсатында 2017 йылдың 1 ғинуарынан тәүге бала тыуғанда торлаҡ һатып алыу (төҙөү) йәки ипотека торлаҡ кредиты буйынса төп бурыстың ҡалған өлөшөн ҡаплау өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү булдырыла. Аҡсаны республика Хөкүмәте билдәләгән тәртиптә икеһенең дә йәше 35-тән артмаған һәм торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә торған ғаиләләр аласаҡ.