АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Июнь 2017, 10:19

Бурысҡа аҡса бирергәме?

Заманаһы шундай: интернетһыҙ тормошто күҙ алдына килтереп булмай. Социаль селтәрҙәрҙә ултырмаған кеше лә һирәк. Кәрәкле мәғлүмәтте, үҙеңә кәрәк кешене лә тиҙ табырға була. Бик ҡулай, шулаймы? Әммә һаҡлыҡ хаҡында оноторға ярамай. Интернетта мутлашыусылар хаҡында бик йыш һөйләйҙәр. Ундайҙар хәҙер социаль селтәргә лә барып етте: кешенең логин һәм паролен урлап, уның аккаунтын ҡулланып хат яҙышалар. башлыса бурысҡа аҡса һорайҙар.

Диалогты мутлашыусылар кеше бер нәмәлә аңлай алмаҫлыҡ итеп төҙөй. Дежур һүҙҙәр һәм һөйләмдәр, смайликтар ҡуллана, әңгәмәсеһенә исеме менән өндәшә. Һөйләшеү барышында ул ниндәйҙер проблемаһы булыуы һәм уның иҫәбенә, картаһына йә иһә телефон иҫәбенә аҡса күсереүҙе һорай. Быны ул ныҡышмаллы рәүештә эшләй. Әгәрҙә һеҙҙән дуҫығыҙ аҡса һорай икән, икәүегеҙгә генә билдәле булған мәғлүмәт тураһында һорағыҙ. Иң ышаныслыһы--туранан-тура дуҫығыҙға шылтыратып белешеү. Мутлашыусыларҙың ҡармағына эләгеүселәргә шуны әйтер инек: пароль ҡатмарлы булырға тейеш, ул ваҡытта һеҙҙең аккаунтҡа бер кем дә тейә алмаҫ.
Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге ҡалалаштарҙы уяу булырға һәм мутлашыусыларҙың тоҙағына эләкмәҫкә саҡыра.
Зүлиә Торомтаева, Сибай эске эштәр бүлегенең полиция майоры.
Читайте нас: