Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Июнь 2017, 17:46

АЛДАҒАНДАР, ОРДЕНДЫ УРЛАҒАНДАР...

Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, районда мутлашыу осрағы теркәлгән.

Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, районда мутлашыу осрағы теркәлгән.
Үҙен ниндәйҙер гәзит хәбәрсеһе итеп танытҡан ир-егет Татыр-Үҙәк ауылында йәшәүсе оло йәштәге ҡатындың «Халыҡтар дуҫлығы» орденын һәм уның танытмаһын йәнәһе лә күсермә эшләү өсөн алып киткән. Мутлашыусының ҡулында төбәктең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре исемлеге һәм фотоаппараты булған. Мәғлүмәт-аналитика бүлеге хеҙмәткәрҙәре һуңғы осорҙа районға ситтән бер ниндәй ҙә гәзит-журналдар вәкилдәре килмәүен белгерткәс, ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән.
—Районға ваҡытлы матбуғат вәкилдәре килер булһа, был хаҡта алдан хәбәр итәләр һәм ҡайһы ауылға барырға, яҡтыртасаҡ темалар буйынса кәңәш һорап, беҙҙең менән күрешкәс кенә эшләйһе урындарына юлланалар,—ти мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе С.А.Байгилдина.—Был юлы ошондай хәл килеп тыуҙы тип Ивановка ауыл биләмәһенән шылтыратҡастар, шунда уҡ хеҙмәттәшлек иткән мөхәрририәттәр менән бәйләнешкә индек. Май айында районда ситтән журналистар эшләмәгән. Гәзит-журналдар хәбәрселәрен башлыса район вәкилдәре оҙатып йөрөй. Улар үҙ нәүбәтендә мәғлүмәт йыя, фотоға төшөрә, әммә күсермә эшләү өсөн үҙҙәре менән бер ниндәй ҙә документ, орден, миҙалдар алып китмәй. Хәҙерге заман фотоаппараттары мәғлүмәтте шунда уҡ төшөрөп алыу мөмкинлегенә эйә.
Заманы шундай: ҡайһы бер әҙәмдәр аҡса эшләүҙең анһат юлын эҙләй. Ундайҙар намыҫ, оят төшөнсәһен белмәй. Төбәк халҡын иғтибарлы булырға, мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә саҡырабыҙ.
Читайте нас: