Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
26 Май 2017, 14:05

ЭШ ХАҠЫ АРТА

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса, Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Башҡортостан Хөкүмәтенең «2017 йылда Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса саралар тураһында»ғы ҡарар проекты ҡабул ителде.

Документҡа ярашлы, мәктәп уҡытыусылары, балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү педагогтары, һөнәри белем биреү учреждениелары уҡытыусылары һәм производство уҡытыу мастерҙары, юғары һөнәри белем биреү уҡытыусыларының, мәҙәниәт, ғилми, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең, табиптар, урта һәм кесе медицина персоналының, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль хеҙмәттәр күрһәткән педагогия хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡтары арта.
Был маҡсатта республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә бүленгән 3,9 миллиард һумдан ашыу аҡсаның 2,3 миллиарды ҡала һәм район хакимиәттәренә бүленеп, муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә түләнәсәк.
Fөмүмән алғанда, эш хаҡының артыу күләме 80 проценттан да кәмерәк булмаясаҡ.
2017 йылда күрелгән саралар мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендә эшләгән 142 меңдән ашыу хеҙмәткәрҙең матди хәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Читайте нас: