+1 °С
Ясно


2 стакан арпа ярмаһын (перловка) йыуып, 30 минут бешерҙем.
Кәрәк: 1,5 кг ҡыяр, 1 кг помидор, 500 г кишер, 500 г һуған, 500 г болғар боросон турарға йә ҡырғыстан үткәрергә.
Йәнә 80 мл 9 %-лы уксус, 200 мл үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр алығыҙ.
Барыһын бергә болғаттым дә һүрән утта 30 минут томалап бешерҙем. Унан алдан бешереп ҡуйған перловканы ҡуштым, болғаттым. Һыуынғас, пакеттарға тултырып, туңдырғысҡа һалдым.
Фәнзилә Хисамова.