Тупраҡтың әселеге
Иң элек тупраҡтың әсеме-юҡмы икәнен белергә кәрәк. Беренсе ҡарашҡа, был белгестәргә хас булған «аҡыллы» һүҙ кеүек кенә тойолһа ла, ниндәй йәшелсәнең ҡайҙа яҡшы үҫәсәген тупраҡ сифатын асыҡлап ҡына белергә мөмкин. Банкаға 1-2 ҡалаҡ тупраҡ һалып, бер аҙ ғына аш һеркәһе өҫтәйбеҙ. Күбекләнә башлаһа, нейтраль тупраҡ, йәғни яҡшы тигән һүҙ. Ә инде күбекләнмәүе уның әсе булыуын аңлата. Әселекте кәметеү ысулдары бар. Эзбиз (һүндерелгән)— тупраҡтың әселеген бөтөрөүгә ярҙам итерҙәй иң көслө матдә. 1 кв. м тупраҡка 200-500 г һибергә мөмкин. Ләкин быны көҙ көнө – баҡсаны ҡаҙып ҡалдырғанда эшләргә. Эзбиз шул рәүешле бер тапҡыр һибеү 2-3 йылға етә. Ағас көлө лә ярҙам итә, калийлы-фосфорлы ашлама булараҡ һәйбәт.
Көҙөн баҡсаға аҡ горчица, һоло, арыш, люпин кеүек сидераттар ултыртыу ҙа тупраҡтың әселеген шаҡтай кәметә.
Сәсеү әйләнеше
Яҡшы уңыш алыу өсөн, 3-4 йылға бер мәртәбә үҫемлектәрҙең урындарын алыштырып торорға кәрәк. Һәр береһенә—үҙ көйө. Үткән йылғы картуф еренә быйыл борсаҡ, ноҡот, ҡыяр, кәбеҫтә, помидор ултыртыуҙан да яҡшыһы юҡ. Ҡыяр һәм кәбеҫтәнән һуң, сөгөлдөр, һуған, кишер, картуф яҡшы үҫә. Тамыр аҙыҡтар үҙҙәренә кәрәкле матдәләрҙе тәрәндән һурһа, ҡыярға өҫкө ҡатламындағы ла етә. Бынан тыш, бындай сиратлаштырыу, мәҫәлән, кәбеҫтәне үҙ иткән ҡоротҡостарҙы юҡ итә һәм сирҙәр сылбырын өҙә.
Күршелек
Шулай уҡ үҫемлектәрҙең күршелек тәртибен дә иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Помидор кәбеҫтә һәм ҡуҙаҡлылар менән йәнәшәлекте өнәмәй. Ә бына башлы һуған сельдерей, укроп, япраҡлы салат янында ҡотороп үҫә. Картуф—ҡыяр менән, помидор—фенхель менән «дуҫлаша» алмай. Борсаҡ һәм ҡуҙаҡлылар һуған менән һарымһаҡтан ҡурҡа. Кишер барыһы менән дә «уртаҡ тел» таба. Шулай ҙа кишер себененән ҡотолоу өсөн уны һуған йәнәшәһенә ултыртыу һәйбәтерәк.
Урынлашыу тәртибе
Кишер түтәленең төньяғында—иң бейек ағастар, көньяғында—ҡарағат, крыжовник һымаҡ емеш ҡыуаҡтары, ә улар артында—иң ҡояшлы урында—ҡуҙғалаҡ һ. б. түтәлдәре. Был тәртипте һаҡлағанда, ҡояш яҡтыһы барлыҡ үҫемлектәргә лә етәсәк һәм улар шаулап үҫәсәк.